Һалымдарҙы түләмәү йә иһә ваҡытында һәм тулыһынса түләмәү кире эҙемтәләргә: пенялар өҫтәлеүенә, мәжбүри түләтеү саралары күрелеүенә килтерә.
Һалым хеҙмәте мөлкәт һалымдары буйынса бурыслы кешеләр менән эшләүен дауам итә.
– “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси
Был сервистар бурыс тураһында белергә, электрон формала һалым түләү ҡағыҙын алырға, “онлайн” режимында һалымды һәм пеняларҙы түләргә мөмкинлек бирә. Банк йә иһә терминал аша түләү өсөн ярашлы ҡағыҙҙар сығарып алырға мөмкин.
“Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” Интернет-сервисы, дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында йә иһә Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итеп, һалымдар буйынса бурысығыҙ булыу-булмауын тикшерергә кәңәш итәбеҙ.
Р. Әхмәтов,Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары.