Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2019, 18:24

КИТАПХАНАСЫНЫҢ КҮП ҠЫРЛЫ ХЕҘМӘТЕ

Ҙур булмаған Мәсәк ауылында китапхана – кескәйҙәрҙең генә түгел, ауылда йәшәүсе бар өлкәндәрҙең дә яратҡан урыны. Ул “Башҡортостандың иң яҡшы 100 китабы” проекты буйынса эш алып бара. Өлкәндәрҙең һәм балаларҙың ихтыяждарынан сығып, “Төйөнсәк” һәм “Шишмәкәй” исемле ике клубтың эше ойошторолған, уларҙа милли халыҡ йолаларын тергеҙеү менән шөғөлләнәләр. Был эшкә тәжрибәле хеҙмәткәр Зилә Нияз ҡыҙы Йомағолова етәкселек итә.

Зилә Нияз ҡыҙы кескәйҙән китап уҡырға әүәҫ була, шуға күрә, Абзай ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһына китапхана техникумына уҡырға инә. Диплом алғас, уны Арыҫлан ауылы китапханаһына эшкә ебәрәләр, унда биш йылдан артыҡ эшләй. Һуңынан ғаилә сәбәптәре арҡаһында тыуған Мәсәк ауылына ҡайта. Бында бер бинала клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм башланғыс мәктәп урынлашҡан социаль-мәҙәни комплекс һалынған була. З. Йомағолова ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән тәүҙә уҡыусылар менән эш башлай, һуңынан өлкәндәр ҙә китапханаға тартыла, сөнки китапханасы үҙ эшен китап таратыу менән генә сикләмәй. Ул, китап уҡыусыларҙың ихтыяждарынан сығып, һәр төрлө клубтар ойоштора, данлыҡлы даталарға арнап байрамдар, күңелле саралар, танылған кешеләр менән осрашыуҙар үткәрә, китаптарҙан һәм халыҡтың ҡул эштәренән төрлө күргәҙмәләр ойоштора.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы китапхананың ғорурлығы булып һанала, ул 2014 асылған. “Музейға экспонаттарҙы ауыл халҡы менән бергәләшеп йыйҙыҡ, һәр ауылдашыбыҙ был башланғысҡа үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Ошо ваҡыт эсендә музейыбыҙҙа байтаҡ халыҡ ҡунаҡта булып, танышып китте. Ауылдаштар ярҙамында уны даими тулыландырып, яңыртып торабыҙ,” – тип һөйләй Зилә Нияз ҡыҙы. Үҙенең төп вазифаһынан тыш, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе булараҡ, Зилә Нияз ҡыҙы ауыл биләмәһендә мәҙәни-күмәк сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәһе башлығы З. Камаловҡа, эштәр башҡарыусы О. Ғималоваға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре З. Әхмәтов, С. Мәхмүтов, Г. Байрамова, Р. Ғирфановтарға ярҙамдары өсөн рәхмәтле. Был йылдың март айында “Яңғыра, таҡмаҡ” байрамын (башҡорт таҡмаҡтары фестивале) үткәреү ҡаралған, унда беҙҙең райондың ғына түгел, күрше райондарҙың да фольклор һәм ижади коллективтары ҡатнашасаҡ. Йәй көнө ауыл биләмәһендә “Ҡатай ырыуы йәштәре байрамы” республика сараһы үткәреләсәк, уға әҙерлек эштәре лә башланған.
“Зилә Нияз ҡыҙы изгелеге, күңел йылыһы менән кешеләрҙе үҙенә тартып тора. Ул һәр саҡ яңы уй-фекерҙәр менән янып йәшәй. Оҫта ҡуллы, тегә, бәйләй, һуңғы ваҡытта ҡатын- ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр яһау менән мауыға. Заман стиленә яраҡлаштырып, мәрйен, декоратив таштар һәм боронғо тәңкәләр менән биҙәп яһаған һаҡалдары (түшелдеректәре) менән Өфө ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы халыҡтары сәнғәте күргәҙмә- фестивалендә ҡатнашты. Зилә Нияз ҡыҙы кеүек инициативалы кешеләр булғанда, эште алып барыу күпкә еңелерәк,” – тип һөйләй Абзай ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр башҡарыусыһы О. Ғималова.
Ғаиләһендә Зилә Нияз ҡыҙы – яғымлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй. Тормош иптәше Йонос Ғәләлетдин улы менән күркәм өй һалып ингәндәр (ауылда “Өлгөлө йорт” булып тора), хужалыҡ тоталар. Балалары ата-әсәне үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандыра, өлкән ҡыҙҙары Розалия Ғафури районында тормошта, улдары Динар Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Яҡутияла эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Динара Ҡазан милли-тикшеренеүҙәр технология университетының 3-сө курсында белем ала, кескәйҙәре Диана Абзай урта мәктәбенең 4-се класында уҡып йөрөй. Уларҙың әле ике ейәне һәм ике ейәнсәре үҫеп килә.


Р. Мөхәмәтова.

Читайте нас: