Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Февраль 2019, 16:38
Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында онкология амбулатор ярҙам үҙәктәре асыла
Алдағы өс йылда Өфөлә дүрт онкология амбулатор ярҙам үҙәге төҙөлә, тағы ла туғыҙы — республиканың башҡа ҡалаларында. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш онкологы Руслан Солтанов «Башинформ» агентлығында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөнә арналған матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.
Алдағы өс йылда Өфөлә дүрт онкология амбулатор ярҙам үҙәге төҙөлә, тағы ла туғыҙы — республиканың башҡа ҡалаларында. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш онкологы Руслан Солтанов«Башинформ» агентлығында Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнөнә арналған матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.
«Яңы амбулатор ярҙам үҙәктәрен элекке муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәрендә асабыҙ, был бөтә республикала медицина хеҙмәтләндереүен ойошторорға мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Солтанов.
Өфөнән тыш, 2019 йылда үҙәктәр Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Күмертауҙа асыла. Шулай итеп, төбәктең онкология хеҙмәте яман шештәрҙе иртәрәк асыҡларға һәм дарыуҙарҙы сирлеләр йәшәгән ергә яҡыныраҡ урындарҙа бирергә ниәтләй.
Бынан алда «Башинформ» республикала 11 балалар һәм
46 өлкәндәр
онкологы етешмәүе хаҡында
хәбәр иткәйне.
Читайте нас: