Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө булмай, ләкин йома 22 февралдә эштән бер сәғәткә алдараҡ сығырға мөмкин, тип хәбәр итә Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт.
Быйыл февралдә өҫтәмә ял көндәре юҡ, сөнки шәмбе 23 февралдәге ял көнө йома 10 майға күсерелә.
«Биш көнлөк эш аҙнаһының стандарт графигы буйынса эшләгәндәр өсөн йома 22 февралдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара», – тип Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт башлығы урынбаҫары Иван Шкловецтың һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.
Ә бына 8-10 мартта рәсәйҙәрҙе оҙайлы ялдар көтә. Майҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы көнөнә — 1-нән 5-енә тиклем һәм Еңеү көнөнә 9-нан 12-еһенә ҡәҙәр ял.
Бынан тыш, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә лә рәсәйҙәр оҙаҡ ял итә — 2 ноябрҙән 4-енә тиклем.