Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 19:02

БАЛАЛАРҘЫҢ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ – АТА-ӘСӘ ҠУЛЫНДА

2019 йылдың үткән осо- ронда Башҡортостан Республикаһында ҡурҡыныслы янғын осраҡтары теркәлде, уларҙа бер нисә кеше һәләк булды. Иң үкенеслеһе шунда: һәләк булыусылар араһында кесе йәштәге балалар ҙа бар.

Мәҫәлән, Иглин районының бер ауылында торлаҡ йортта сыҡҡан янғынды һүндереү ваҡытында 38 йәшлек ҡатындың һәм 2013 һәм 2017 йылдарҙа тыуған ике ҡыҙҙың мәйеттәре табылған.
Ошо уҡ көндөң кисендә Учалы районындағы янғын урынын тикшергәндә 2017 йылғы сабый мәйете табыла. Был ике осраҡтың да янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Бер ҡасан да балаларығыҙҙы яңғыҙ өйҙә ҡалдырмағыҙ, хатта “биш минутҡа” ла, бигерәк тә бикле өйҙәрҙә, фатирҙарҙа йәки бүлмәләрҙә! Шырпы, ҡабыҙғыс (зажигалка), еңел ҡабыныусан һәм яна торған шыйыҡса, шулай уҡ дарыуҙар һәм көнкүреш химияһы кеүек әйберҙәрҙе йәшереп һаҡлағыҙ. Балаларығыҙға үҙ аллы газ һәм электр ҡорамалдары менән ҡулланырға, мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ.
Мотлаҡ балаларығыҙға янғын сыҡҡан осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген яҡшылап аңлатығыҙ. Балаларығыҙға, янғын була ҡалһа, ышыҡ урынға (шкаф эсенә, карауат аҫтына) ҡасырға ярамауын тейешенсә төшөндөрөгөҙ, сөнки был уларҙы эҙләп табыуҙы һәм ҡотҡарыуҙы ауырлаштыра. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Балаларҙың хәүефһеҙлеге – ата- әсәнең ҡулында! Һәр бала үҙенең өй адресын яҡшы белергә тейеш. Балаларығыҙға тиҙ ярҙам хеҙмәттәре телефон һандарын ятлатығыҙ.
А. Хәбибуллин, Дыуан район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлексәһе өлкән тәүтикшереүсеһе.

Читайте нас: