“Балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, матур кешеләр булып сығыуҙарын теләйбеҙ, шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итәм,” – тине Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте. Мәҫәлән, беренсе шәмбене дөйөм мәктәп спартакиадаһына бағышларға. Октябрҙәге икенсе шәмбене тыуған яҡты өйрәнеүгә бирергә, унда билдәле яҡташтарыбыҙҙы йәки хеҙмәт геройҙарын саҡырырға мөмкин һ.б.
Форумдан һуң социаль селтәрҙә фекер алышыу башланды. Ата-әсәләрҙең 95 проценттан артығы был инициативаны хупланы. Ләкин ҡайһы берҙәре, балаларға йөкләмә артасаҡ, тип ҡурҡа.
Беҙҙең район мәктәптәре яңы эш форматына ҡасан күсергә ниәтләй? Был турала беҙ мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыевтың һөйләп үтеүен һораныҡ:
– Ысынлап та, Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбировтың мәктәптәрҙе биш көнлөк эш режимына күсереү тураһында тәҡдимен ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың күбеһе хуплап ҡаршы алды. Сер түгел, бөгөн уҡыусыларға йөкләмәләр ҙур. Ә буш шәмбелә улар иркенләп ял итә, буш ваҡыттарын спортҡа, файҙалы эштәргә арнай аласаҡ.
Беҙгә мәктәптәр етәкселәре, район хакимиәте менән берлектә ҙур әҙерлек эштәрен башҡарырға кәрәк. Уҡытыу пландарына, календарь уҡыу графиктарына төҙәтмәләр индереү зарур. Һис шикһеҙ, уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә, педагогтарға ла мөмкин тиклем уңайлы булһын өсөн, тырышлыҡ һалынасаҡ. Беҙ районда 1 апрелдән биш көнлөк уҡыу режимына 1–4 кластарҙы күсерергә тәҡдим итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта программа материалы күләме стандартҡа ярашлы буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәм: көнөнә уҡыу йөкләмәһе беренсе класс уҡыусылары өсөн дүрт, 2–4 класс уҡыусылары өсөн биш, 5–6 класс уҡыусылары өсөн алты һәм 7–11 класс уҡыусылары өсөн ете дәрестән артмаҫҡа тейеш.
Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡланасаҡ. Барлыҡ нескәлектәрҙе иҫәпкә алып, яңы эш режимына күсеү срогын һәр мәғариф учреждениеһы үҙ аллы хәл итәсәк.