Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2019, 17:14

Ваҡытынан алда яҙылыу башланды

1 февралдән 31 мартҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының барлыҡ почта бүлексәләрендә, шулай уҡ podpiska.pochta.ru сайтында онлайн режимында ваҡытлы матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән “Беҙҙең Ҡыйғы” район гәзитенә 2019 йылдың 2-се яртыһына алдан яҙылыу бара.

Был осорҙа тәүге ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса яҙылып ҡалырға мөмкин.

Ошо ике ай дауамында гәзит-журналдарға яҙылыу отошло. Рodpiska.pochta.ru сайтында үҙең өсөн генә түгел, башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе туғандарың һәм дуҫтарың исеменә лә яҙҙырырға була.

Ошо кампания барышында федераль почта операторы Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы төбәк баҫма матбуғат саралары буйынса Эксперт советы исемлегенә ингән баҫмаларға 25% күләмендә ташлама бирә. Был исемлеккә Башҡортостан Республикаһында донъя күргән барлыҡ республика, ҡала һәм район гәзит-журналдары инә тиерлек.

https://podpiska.pochta.ru/derevo-dobra сайтында һәм почта бүлексәләрендә “Изгелек ағасы” хәйриә

акцияһы дауам итәсәк. Теләгән һәр кем социаль учреждениены – балалар йорто, йорт-интернат, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йортон һайлап, теләһә ниндәй баҫмаға квитанция тултыра ала.

Яҙылыу хаҡтары:

почта аша: 6 айға – 794 һум 10тин.

Редакция аша: 6 айға – 500 һум.
Читайте нас: