Мәмерйә Сылва йылғаһының уң яҡ ярында, Пермь ҡалаһынан 100 километр тирәһе алыҫлыҡтағы Филипповка ауылында урынлашҡан. Сәйәхәт беҙгә сикһеҙ оҡшаны, ул ойошҡанлы үтте, беҙ бер ерҙә лә ваҡытыбыҙҙы бушҡа үткәрмәнек. Килеп етеү менән беҙҙе “Сталагмит” ҡунаҡханаһы эргәһендә ҡаршы алдылар. Экскурсияны гид үткәрҙе, ул беҙгә мауыҡтырғыс итеп мәмерйә, уның асылыу тарихы һәм тәбиғәт барлыҡҡа килтергән уникаль ҡоролманың үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте. Беҙ мәмерйәнең яҡынса 5700 метрға һуҙылған булыуы, шуның 1500 метрында туристарға йөрөргә рөхсәт ителеүе, мәмерйә үҙәгендә һауа температураһы +5 градустан алып –2 градусҡаса икәнлеге хаҡында белдек. Уникаль геология ҡомарт- ҡыһында 58 тау ҡыуышы, 70 күл бар.
Мәмерйәгә ингәс, беҙ бер аҙ ваҡытҡа тома ҡаранғылыҡ тойҙоҡ, һуңынан ер аҫты батшалығының бар мөһабәтлеге һәм матурлығы таң ҡалдырҙы. Артабан беҙ этнография паркында, “Ермак йорто”нда, “Һөнәрселәр ихатаһын”да булдыҡ, ағас һындарға һоҡландыҡ.
Уҡыусылар исеменән экскурсияны ойоштороусыларға, төркөм етәксеһе Ф. Сәхәүетдиновҡа оло рәхмәт белдергем килә.