Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 14:01

АҒАСТАРҘЫ РӨХСӘТҺЕҘ КИҪКӘН

Бөгөн урмандың законһыҙ рәүештә ҡырҡылыуы киң таралған проблема булып тора. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тәбиғәткә ҙур зыян килтерә.

Райондың бер кешеһе Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 16-сы (3- сө өлөшө), 30-сы (4-се өлөшө), 75-се статьялары, Үҙағас әҙерләү ҡағиҙәләре, урман хужалыҡтарында, урмандарҙа ағас әҙерләү үҙенсәлектәренең (РФ Урман кодексының 23-сө статьяһында күрһәтелгән, РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының 2016 йылдың 13 сентябрендәге 474-се бойороғо менән раҫланған) 5-се пункты талаптарын боҙоп, ағас һатыу-һатып алыу килешеүе булмаған килеш Ҡыйғы участка урман хужалығының 30-сы бүлеме 24-се кварталында, Түбәнге Ҡыйғы ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1-се саҡрымда “STIHL MS 180” маркалы бысҡы менән законһыҙ рәүештә 36 ҡарағайҙы йыҡҡан. Ошоноң менән РФ-ның урман фондына 443790 һумлыҡ, йәғни уғата ҙур күләмдә зыян яһаған.
Шулай итеп, граждан Г. Рәсәй Федерацияһы Хөкөм кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылыуҙа – уғата ҙур күләмдә ағастарҙы законһыҙ рәүештә киҫеүҙә ғәйепләнә.

Е. Дробница,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының

Ҡыйғы районы буйынса бүлеге тикшереү

бүлексәһе начальнигы
Читайте нас: