Беҙҙең Ҡыйғы
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 14:07

Декларация кампанияһы башланды

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 2-се район-ара инспекцияһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан физик берәмектәр килеменә һалым буйынса декларация кампанияһы башланыуы тураһында хәбәр итә. Граждандар 2018 йылда алған килемдәре тураһында ошо йылдың 30 апреленә тиклем отчет бирергә тейеш. Декларация тапшырырға тейешлеләр исемлегендә – шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокат кабинеты асҡан адвокаттар һ.б.

Бынан тыш, уҙған йылда автомобилен, минималь эйә булыу срогынан аҙыраҡ ваҡыт милекселектә булған күсемһеҙ милек объектын (фатир, йорт) һатҡан, мөлкәтен арендаға биргән, сит кешеләрҙән ҡиммәтле бүләктәр алған йә иһә сит илдәге сығанаҡтарҙан килем алған

граждандар үҙ килемдәре тураһында отчет тапшырырға бурыслы.

Декларацияла иҫәпләнгән физик берәмек килеменә һалымды (НДФЛ) 2019 йылдың 15 июленә тиклем түләргә кәрәк. Һуңға ҡалып түләгән осраҡта пенялар өҫтәләсәк.

Ваҡытында декларация тапшырмаған граждандарға ҡарата штраф санкциялары ҡулланыла. Атап әйткәндә, декларацияны ваҡытында тапшырмаған өсөн штраф күләме ваҡытында түләнмәгән һалым суммаһынан кисектереүҙең һәр айы өсөн 5% тәшкил итә, ләкин аталған сумманан 30 процентҡа күберәк һәм 1000 һумдан кәмерәк түгел. Декларация буйынса түләүгә һалым суммаһы түбәнәйтеп күрһәтелгән осраҡта штраф түләнмәгән һалым суммаһының 20 процентын тәшкил итәсәк.

Декларация тапшырыуҙың һуңғы көнө

– 2019 йылдың 30 апреле – һалым

декларацияһын һалым вычеты (стандарт,

социаль, торлаҡ һатып алыуға сығымдар

буйынса) алыу маҡсатында тапшырған

физик берәмектәргә ҡағылмай. Улар

декларацияны йыл дауамында теләһә

ҡайһы ваҡытта тапшыра ала.

Ошоға иғтибар йүнәлтәбеҙ: 2018 йылғы килемдәр тураһында отчетты һалым декларацияһының яңы формаһы – 3-НДФЛ буйынса бирергә кәрәк.

Бөгөнгө көндә физик берәмектәр килеменә һалым буйынса һалым декларацияһын тапшырыуҙың иң уңайлы һәм тиҙ ысулы – Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “Физик берәмектәр өсөн һалым түләүсе шәхси кабинеты” интернет-сервисы аша ебәреү. Был сервис

һалым түләүсегә декларация ебәрергә генә түгел, һалым инспекцияһына барып йөрөмәйенсә һәм шылтыратмайынса, уның тикшерелеүен күҙәтеү мөмкинлеген

бирә.

Шулай уҡ һалым декларацияһын һалым органына түбәндәге юлдар менән тапшырырға мөмкин:

– Күп функциялы үҙәктең теләһә

ҡайһы филиалы (бүлексәһе) аша;

– почта аша;

– йәшәү (теркәлеү) урыны буйынса

һалым инспекцияһына туранан-тура

мөрәжәғәт итеп.

Ентекле мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәте сайтында (www.nalog.ru) һәм “ҡыҙыу линия” телефоны аша алырға мөмкин: 8 (347) 226-38-00.
Р. Әхмәтов,

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР

буйынса 2-се район-ара инспекцияһы

начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас