Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 13:46

Фәндең ҡыҙыҡлы өлкәһенддә тәүге аҙымдар

Бөгөн мәкттәп уҡыусыларына фән һәм фәнни технологиялар донъяһына киң мөмкинлектәр асыла. Ҡайһы бер балалар район мәктәптәрендә төплө белем алып, республиканың танылыу алған мәғариф учреждениеларында уҡыуҙарын һәм фәндәрҙе ентекле өйрәнеүҙе уңышлы дауам итә. Тимур Иҙрисов Ҡолбаҡ башланғыс мәктәбендә, һуңынан Арыҫлан урта мәктәбендә белем алған, әле Өфө ҡалаһында уҡып йөрөй.

“Мин әле Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһында 9- сы класта уҡыйым. Бында уҡыусыларҙың фәнни эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә. Гимназия “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы ярҙамында М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты тормошҡа ашырған “Һауа-инженер мәктәбе” йәштәр мәғариф проектында ҡатнашыусы булып тора. Физика уҡытыусыһы Р. Кәбиров, информатика һәм мәғлүмәт- иҫәпләү технологиялары уҡытыусыһы А. Ғәликәев етәкселегендә гимназияның ике “SkyLights” һәм “Аиркрафт” командалары, был проектта ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡараны. Беҙ I этапта – М.В. Ломоносов исемендәге университетта үткәрелгән ҡышҡы йыһан мәктәпбендә һәм һайлап алыу сессияһында ҡатнаштыҡ. Командаларҙың белемен һәм квалификацияһын баһалауҙы, шулай уҡ проекттарҙы финалға һайлап алыуҙы ракета-йыһан өлкәһенең квалификациялы белгестәренән һәм Мәскәү дәүләт университетының уҡытыусыларынан, фәнни хеҙмәткәрҙәренән торған Эксперт комиссияһы башҡарҙы. Конкурста бөтәһе 115 команда ҡатнашты, беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурысты уңышлы башҡарып сыҡтыҡ һәм 2019 йылдың июль башында үтәсәк һигеҙенсе Рәсәй ”Һауа-инженерия мәктәбе” чемпионатының финалында ҡатнашыу хоҡуғын яуланыҡ. Мин “Аиркрафт” командаһы ағзаһымын. Беҙ конкурста “Беспилотник” һәм “НЛО” программаларын алғайныҡ.
Ҡышҡы йыһан мәктәбенең программаһы бай эстәлекле булды. Проект тематикаһы буйынса беҙҙең алда күренекле ғалимдар һәм белгестәр лекциялар менән сығыш яһаны; М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Д.В. Скобельцын исемен- дәге ядро физикаһы фәнни- тикшеренеүҙәр институты лабораторияларында ғәмәли дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре үтте, шулай уҡ йыһан өлкәһендәге предприятиеларға һәм музейҙарға экскурсиялар ойошторолдо.
Мәскәү ҡалаһында булыу миңә онотолмаҫ тәьҫораттар бирҙе. Мине был һынауҙарға әҙерләгән 1-се һанлы БРГИ уҡытыусыларына һәм Ҡыйғы районының Арыҫлан урта мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт белдерәм. Мәктәптә алған ныҡлы белемдән башҡа үҙ хыялдарыңды тормошҡа ашырып булмай. Шуның өсөн тиҫтерҙәремде тырышып уҡырға, төплө белем алырға һәм, фән хаҡында хыялланып ҡына ҡалмай, үҙ көстәрен һәр төрлө проекттарҙа, ярыштарҙа һәм конкурстарҙа һынап ҡарарға саҡырам”, – тип һөйләне беҙгә Тимур.


Р. Мөхәмәтова яҙып алды.

Читайте нас: