Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 14:04

ӘХИРӘТЕҢӘ АРТЫҠ ЫШАНМА

Артыҡ ышаныусан кешене алдауҙары һәм талауҙары мөмкин – бер ҡатлылыҡтың төп хәүефе ошонда ла инде.

Районда йәшәүсе бер ҡатынға был хәҡиҡәткә үҙ тәжрибәһендә инанырға тура килә. Ул, әхирәттәр араһында бер ниндәй сер булырға тейеш түгел, тип иҫәпләп, үҙенең яҡшы танышына банк картаһы кодын әйтә. Ә ҡомһоҙ әхирәте был “ҡиммәтле мәғлүмәтте” үҙенең файҙаһына ҡулланырға ашыға. Ул “ымһындырғыс” картаны урлай ҙа, алкоголь иҫереү хәлендә булған килеш яҡындағы банкоматҡа барып, 7500 һум аҡсаны үҙләштереп тә ҡуя. Был ҡылығы менән ул карта хужаһына һиҙелерлек матди зыян яһай.
“Ялған” әхирәткә ҡарата РФ Хөкөм кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң “г” пункты (сит кеше мөлкәтен йәшерен урлау, банк иҫәбенән аҡса урлап, гражданға һиҙелерлек зыян килтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Е. Дробница, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге тикшереү бүлексәһе начальнигы.

Читайте нас: