Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 13:55

ЮБИЛЕЙЫҢ МЕНӘН, БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ!

Район үҙәгенең көньяҡ-көнбайыш микрорайонында ҡалҡыу урында урынлашҡан “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы үҙенең биш йыллығын билдәләне.

Ошо ҙур булмаған ваҡыт эсендә балалар баҡсаһы коллективы билдәле уңыштарға өлгәшкән. “Йыл тәрбиәсеһе – 2018” конкурсының район этабында педагогтар Гран-при һәм беренсе урын яулаған. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы балалар баҡсаһы” Бөтә Рәсәй асыҡ смотр-конкурсы лауреаты- еңеүсеһе исеменә лайыҡ булғандар. Бөтә Рәсәй балалар экология фестивале сиктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында ситтән тороп уҙғарылған республика олимпиадаһында призы урын яулағандар.
Бынан тыш, балалар баҡсаһы коллективы райондың ижади һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Былар коллективтың ҡаҙаныштарының бер өлөшө генә булып тора.
Балалар баҡсаһының тәүге юбилейы уңайынан район етәкселеге, саҡырылған ҡунаҡтар, педагог-ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.
Тамашалар залы матур итеп биҙәлгәйне. Тәрбиәләнеүселәрҙең вокаль ансамбле сығышы юбилей сараһының башланыуы тураһында белдерҙе. Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн, Э. Әхмәтова, И. Йыһанурова, Е. Латипова, Л. Вәлиәхмәтоваларға район хакимиәтенең рәхмәт хатын, ә учреждениеға бүләк сертификаты тапшырҙы. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Артабан ҡотлауҙар балалар коллективтарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Мәктәпкәсә белем биреү системаһы ветерандарының ҡотлауҙары ла тулҡынландырғыс булды.
Педагогия коллективының төп ярҙамсылары булып, әлбиттә, ата- әсәләр тора. Бер генә сарала ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Биш йыллыҡ юбилей – күркәм дата. Алда – бик күп мөмкинлектәр, тормошҡа ашырылаһы пландар.
М. Сабирйәнов. Үрге Ҡыйғы ауылы.

Читайте нас: