Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Февраль 2019, 13:42

ЮЛДАР ВАҠЫТЫНДА ТАҘАРТЫЛА

Уҙған аҙнала беҙҙең төбәктә бик күп яуым-төшөм булды, айырым көндәрҙә буранлап ҡар яуҙы.

Район хакимиәтенең баш белгесе А. Хәлилов хәбәр итеүенсә, районда ҡар таҙартыуға 44 берәмек техника сығарылған. Уларҙың күпселеге – Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығынан. Юлдарҙы тәртипкә килтереү район үҙәгендә иртәнән башланды. Юлдарҙың машиналар йөрөй торған өлөшө тулыһынса, ҡайһы бер урындарҙа канауҙарға тиклем таҙартылды.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе урамдарҙы таҙартыуға “МТЗ-82.1” тракторын сығарҙы. Был эшкә “А.Р. Ғәлиәскәров” шәхси предприятиеһы, “Ҡыйғы коммуналь- щик” ЯСЙ-һы механизаторҙары ла әүҙем ҡушылды.
“Э.К. Камалова” КФХ-һы, “Уңыш” АП-һы ЯСЙ-һы тракторсылары ла яҡшы эшләне. Башҡа ауылдарҙа ла юлдар ваҡытында таҙартылды.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: