Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2019, 16:25

Башҡортостан дауаханаларында күҙ табиптары бушлай операция яһай

Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары пациенттарға бушлай операция яһай. Клиника республика ҡалаларында һәм райондарында күҙ сирҙәренән яфаланған пациенттарға бушлай операция үткәреү буйынса яңы программаны бойомға ашыра башланы.

Хәҙер республикала йәшәүселәргә Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй, институттың төп офтальмохирургтары үҙҙәре уларға килә һәм операция яһай. Ғинуарҙа һәм февралдә Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез үҙәк район дауаханаларында, Стәрлетамаҡтың 3-сө дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул иттеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғилми-тикшеренеү институты хирургтарының февраль, март, апрель айҙарына графигын баҫтырып сығарҙы:
  • 18-22 февраль — Ишембай үҙәк район дауаханаһы
  • 25-26 февраль — Яңауыл үҙәк район дауаханаһы
  • 27-28 февраль — Туймазы үҙәк район дауаханаһы
  • 4-5 март — Белорет үҙәк район дауаханаһы
  • 6-7 март — Учалы үҙәк район дауаханаһы
  • 11-15 март — Сибай ҡала дауаханаһы
  • 18-22 март — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө дауаханаһы
  • 25-29 март — Мәләүез үҙәк район дауаханаһы
  • 1-5 апрель — Ишембай үҙәк район дауаханаһы
Читайте нас: