Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 18:12

БАЛАЛАРЫ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ

“Яҡшы балалар – яҡшы ҡартлыҡ”, тиелә халыҡта. Алыҫ 1931 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ ауылында донъяға килгән Зәйнәп Хәлфетдин ҡыҙы Камалова бөгөн Түбәнге Ҡыйғы ауылында ҡыҙы Резида менән кейәүе Вайсар Имаевтарҙың ғаиләһендә йәшәй.

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, тәүге сәскәләр күренгән мәлдә – иртә яҙҙа донъяға килә ул. Бала сағы ауыр була. Туғаны Әминә менән етем ҡалып, балалар йортонда үҫәләр. Әсәләре ваҡытһыҙ донъя ҡуя, ә аталары Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһындағы уҡыу- производство предприятиеһына эшкә урынлаша. Буласаҡ тормош иптәше Рәшитте осрата. Йәштәр ғаилә ҡороп, хеҙмәт юлын башлай. Зәйнәп Хәлфетдин ҡыҙы алдынғы хеҙмәткәр була, коллективтың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, Бөтә Союз пленумдарына делегат итеп һайлана. З. Камалованың хеҙмәте Ҡыҙыл Байраҡ ордены, бер нисә миҙал менән билдәләнгән. Уның хеҙмәт юлы һоҡланыу һәм тәрән ихтирам уята.
Йәш ғаиләне ҡыуандырып, ҡыҙҙары Резида донъяға килә. Йылдар һиҙелмәй үтә тора, тиҙҙән мәктәпте тамамлап, ул ата- әсәһе кәңәше буйынса медицина училищеһына уҡырға инә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Вайсар Имаевты осратып, Түбәнге Ҡыйғы ауылына килен булып төшә һәм урындағы дауаханаға шәфҡәт туташы булып урынлаша. Изге күңелле, яғымлы шәфҡәт туташын коллегалары ла, ауыл халҡы ла тәрән ихтирам итә. Коллективта 31 йыл эшләй, ә хаҡлы ялға сығыр алдынан үҙ йортонан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мәсәк ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булды. Ғаилә башлығы Калинин исемендәге колхозда тир түкте. Улар икеһе лә күптән хаҡлы ялда. Татыу һәм өлгөлө, тырыш һәм эшһөйәр ғаиләне ауылда ихтирам итәләр. Улар һис ҡасан ҡул ҡаушырып ултырмай, хужалыҡ тоталар, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, йорттары гөл-сәскәгә күмелгән. Улар бөгөн үҙҙәре өләсәй һәм олатай. Улдары Вадим, Динар, ҡыҙҙары Регина ғаилә ҡорған, ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп килә.
1991 йылда Зәйнәп Хәлфетдин ҡыҙының тормош иптәше яҡты донъянан китеп бара. Ул үҙенең берҙән-бер ҡыҙы Резида менән кейәүе Вайсар Имаевтарҙың ғаиләһенә йәшәргә күсә. Һөйөү һәм ихтирамдары өсөн ул балаларына сикһеҙ рәхмәтле. Оло йәштә бәхет – яныңда ҡайғыртыусы, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүсе яҡындарың булыуы. Тиҙҙән Зәйнәп Хәлфетдин ҡыҙы 88 йәшен билдәләйәсәк. Уға ныҡлы сәләмәтлек, тормош именлеге теләйһе килә.
Ф. Сәитова. Мәсәк ауылы.

Читайте нас: