Ысынлап та, миңә 90-сы йылдар уртаһында полковник, хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәре Ринат Тимер улы Әминев кеүек киң танылыу алған афған һуғышы ветерандары менән бер “ҡаҙанда” ҡайнарға тура килде. Ул Афғанстанда хәрби кәңәшсе була, уны урындағы халыҡ Мөшәүир-пуштун (Кәңәшсе-пуштун) тип йөрөтә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Афғанстанда хәрби летчик булған Дмитрий Николаевич Купцов (1963–2010 йылдар) менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙә булдыҡ. Афғанстан юлдарын үтеүселәр: Дәүләт Думаһы депутаты, Думаның ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Иршат Юнир улы Фәхритдинов һәм Комаров исемендәге Пионерҙар форто директоры Илдар Микаэль улы Яҡупов Аҡбирҙе урта мәктәбендә минең “Ғәҙеллелек өсөн көрәштә” китабымдың презентацияһында ҡатнашты. Беҙҙе 1984 йылдың 10 ғинуарында Афғанстанда хәбәрһеҙ юғалған яҡташыбыҙ Виктор Мельниковтың аяныслы яҙмышына ғәмһеҙ ҡала алмау тойғоһо берләштерҙе. 90-сы йылдар уртаһында беҙҙең эҙләнеүҙәребеҙҙең тәүге этабы уңышлы тамамланды. Беҙ уның иҫән һәм тотҡонда булыуы хаҡында белдек. Уның әсәһе менән беҙгә видеокассета күрһәттеләр, унда яҡташыбыҙ тыуған иленә ҡайтырға теләүе хаҡында белдерҙе. Әммә беҙҙең 1994 йылдың декабрь аҙаҡтарына һөйләшелгән осрашыу, Чечняла хәрби хәрәкәттәр башланып китеү сәбәпле, тормошҡа ашманы. Етмәһә, элемтәсебеҙ ҙә юҡҡа сыҡты. Мельниковты Афғанстандан ҡайтарыу буйынса тырышлығыбыҙҙың икенсе этабы башланды. Был эшкә БР интернационалистар комитеты, Берҙәмлек составындағы дәүләттәр башлыҡтары советы эргәһендәге яугир- интернационалистар комитеты йәлеп ителде. Минең менән бер төркөмдә белем алған, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Александр Николаевич Аринин ҙур ярҙам күрһәтте, шулай уҡ баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, афған эшҡыуары Фрузи тарафынан булышлыҡ ҙур булды. Хаттар Сит ил эштәре буйынса министрлыҡҡа, РФ Оборона министрлығына, Афғанстандың Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Гулябзойға еткерелде, минең тарафтан әҙерләнгән материалдар Тажикстан дәүләт хәүефһеҙлеге органдарына тапшырылды. Тағы ла бер кешене – Афғанстанда хәбәрһеҙ юғалған Константин Габраевтың әсәһе – Ада Александровна Семенованы әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Радиола уның сығышын тыңлағандан һуң мин, бәйләнешкә кереп, уның менән Мәскәү Бутовоһында осраштым. Быға тиклем Ада Александровна, делегация составында Пакистанда булып, премьер- министр Беназир Бхутто, Афғанстанда ҡыр командирҙары Дустум, Шах-Масуд һәм башҡалар менән осрашҡайны. Уның фатирында беҙҙең һалдаттарҙың фотоһүрәттәре төшөрөлгән сит ил баҫмалары бик күп ине. Виктор Мельников хаҡында берәй хәбәр табырға өмөтләнеп, гәзит-журналдарҙы иртәнән кискә саҡлы барлап сыҡтыҡ. Йыйылған документтарҙың күсермәләрен һәм Викторҙың фотоһүрәтен Семенова аша Афғанстанда тотҡонда ҡалған һәм хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләүсе әсәләр комитетына тапшырҙым. Тап Ада Семенова аша мин беҙҙең хәрби тотҡондарҙың 1985 йылдың 26–27 апрелендә Бадабериҙә (Пакистан) баш күтәреүе хаҡында тәү тапҡыр ишетеп белдем.
Афған һуғышында ҡатнашыусылар – минең өсөн кемдәр улар?
Улар минең яҡташтарым – Афған ерендә 19 йәшендә башын һалған, исемдәре данға күмелгән Роберт Хәкимов менән Хәлил Мөхәмәтйәнов. Мин педагогик хеҙмәт юлымда уларҙың данлы яҙмыштары өлгөһөндә үҙемдең уҡыусыларымды тәрбиәләнем. Роберттың ата-әсәһе – Рафиға апай һәм Рәфил ағай менән иҫән саҡтарында һәр саҡ бәйләнештә булдым.
Улар минең уҡыусыларым – Кандаковка ауылы мәктәбен тамамлаусылар. Илшат Әхмәтйәнов – уҡыу алдынғыһы, комсомол ойошмаһы сәркәтибе, бейеклеккә һикереү буйынса район чемпионы, БДПИ студенты. Илдар Ғибаҙуллин – коллективтың “йөҙөк ҡашы”, бейеүсе һәм йырсы, спортсы. Әммә Афғанстандан ҡаты сир менән ҡайтты, ваҡытһыҙ мәрхүм булды. Венер Хәкимов үҙенең “КамАЗ”ында һәр тау-таш артында үлем көткән афған ерендә йөҙәрләгән километр юл үткән. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтып, тормошта үҙ юлын тапты. Әле вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөй. Эшкә китер алдынан миңә һәр саҡ шылтыратып хәбәр итә. Бер ни тиклем ваҡыттан: “Рәмил ағай, мин поезда, өйгә ҡайтып киләм ,“ – тип шылтырата. Бына шундай ябай, изге күңелле кеше ул, Венер.
Булат Ғибаҙуллин, Рәүеф Йомаҡаев, Илйәр Йомаҙилов, Алберт Сафин, шулай уҡ 1-се һанлы Үрге Ҡыйғы, Йүкәлекүл, Туғыҙлы, Дүшәмбикә мәктәптәрен тамамлаусылар. Уларҙың һәр береһе хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә була, улар барыһы ла минең яҡшы таныштарым. Мәҫәлән, Иҙрис ауылынан Вил Хужин. 1979 йылда Кандаковка һәм Иҙрис мәктәптәренән бер төркөм уҡыусылар туристик путевка менән Өфө ҡалаһында булды. Ул саҡта беҙ етенсе класс уҡыусылары араһынан ике үҫмерҙең киләсәктә Афған һуғышы ветерандары – геройҙары булырын күҙ алдына ла килтермәнек. Вил Хужин менән Илшат Әхмәтйәнов ҡаты яралана, әммә, үлемде еңеп, тере ҡалалар. Йыланлы ауылынан Илшат Зәйнуллин миңә Учалы автомәктәбендә уҡыған мәлдә төркөм старостаһы булған Виктор Мельников хаҡында белешмәне хәбәр итте. Йонос ауылынан Урал Ғатауллин (1969–2012) Афғанстанда хеҙмәт иткән ваҡыттағы ҡиммәтле фотоһүрәттәрен ҡалдырҙы.
Виктор Мельников аҡыллы, уҡырға яратыусан, мәктәпте алтын миҙалға тамамлауға кандидат уҡыусы була. Медицина институтының өсөнсө курсынан үҙе теләп армия сафына китә. Шундай ҡыйыу, көслө рухлылар заманы була. Уға сит ерҙәрҙә тороп ҡалырға тура килә, һәм уның үҙ яҙмышы. Уны ғәйепләп булмай, иң мөһиме: иҫән ҡалған һәм кешелеклелеген юғалтмаған. Беҙ уның урынында булһаҡ, ни эшләр инек – быны күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бик күп уйланыуҙарҙан һуң ошондай һығымтаға киләһең: “үҙеңдекеләр” араһында “сит” булыуға ҡарағанда, “сит- яттар” араһында “үҙ кеше” булыуың барыбыр яҡшыраҡтыр, моғайын. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Афған “тамуғын” үткәндәр минең өсөн – ғәҙәти булмаған, башҡаларға оҡшамаған кешеләр. Улар тейешле иғтибарға, ихтирамға һәм данлауға лайыҡлы. Ни өсөн улар айырылып тора? Сөнки унда зиһенле, сәйәси яҡтан белемле, физик яҡтан яҡшы әҙерлекле, намыҫлы, Тыуған иленә һәм һалдат антына тоғро 19–20 йәшлек егеттәрҙе ебәрәләр. Бына шуның өсөн улар бар һынауҙарҙы үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын биреп еңеп сыға, тыуған илдәренә һәм үҙ исемдәренә тап төшөрмәй. Таҙа намыҫлы, тыйнаҡ кешеләр булып ҡалғандар.
Совет һалдаттарын Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы айҡанлы барлыҡ яугир-интернационалистарға – илебеҙҙең данлыҡлы улдарына һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйбеҙ, уларға үҙ хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.