Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 18:19

Һәр подъезд ремонтланасаҡ

Үрге Ҡыйғы ауылында күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ошо көндәрҙә “Управдом””форумына йыйылды. Уның эшендә күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре, “Ҡыйғы Коммунальщик” ЯСЙ-һы идара компанияһы, “Ҡыйғы һыу каналы” ЯСЙ-һы, газ хужалығы вәкилдәре ҡатнашты. Форумды район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов алып барҙы.

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы фекер алышыуҙың төп темаһы булып торҙо. Йорт алды территорияларын тәртипкә килтереү, йорттарға капиталь ремонт яһау, уларҙа йәшәүселәрҙең программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы, ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы мәсьәләләре тикшерелде. “Ҡыйғы Коммунальщик” ЯСЙ-һы идара компанияһы вәкиле И. Усманов 2018 йылда башҡарылған эштәр хаҡында отчет бирҙе һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.

Һәр подъезда ремонт эштәре алып барыласаҡ

И. Усманов алты йылға иҫәпләнгән подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы хаҡында ентекле һөйләне. Бөгөн барыһы ла подъездарҙың насар торошо тураһында һүҙ алып бара. Һәр кемгә билдәле: беҙҙә лә хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Иҫке йорттар байтаҡ аҡса түгеүҙе талап итә. Идара итеүсе компаниялар уларҙы бар нормативтарға ярашлы итеп үҙ аллы ремонтлап сыға алмай. Шул сәбәпле, республика хөкүмәте бөтә Башҡортостан буйынса күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Үрге Ҡыйғы ауылында заманса капиталь ремонт быйыл Ленин урамындағы 116-сы йортта, Электр урамындағы 1-се йортта башҡарыласаҡ. Эштәр иҫәбенә йортҡа инеү урындарын үҙгәртеп ҡороу; ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу; беренсе ҡат иҙәненә плитка түшәү; рәшәткәләрҙе һәм яндауырҙарҙы ремонтлау; түбәләрҙе һәм стеналарҙы ағартыу, буяу; энергия һаҡлаусы электр яҡтыртҡыстары ҡуйыу; кабелдәрҙе ҡаптарға урынлаштырыу; почта йәшниктәрен алмаштырыу инә. Бер подъезды ремонтлауға 127 меңдән алып аҡса бүленәсәк. Әгәр фатирҙарҙа йәшәүселәр өҫтәмә эштәр башҡарылыуын теләһә, улар өҫтәмә түләргә тейеш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ремонт эштәрендә сифатлы, заманса төҙөлөш материалдары, буяуҙар һ.б. ҡулланылырға тейеш, буяуҙарҙың төҫөн йәшәүселәр үҙҙәре һайлай ала. Форумда ҡатнашыусылар был мәғлүмәтте хуплап ҡаршы алды, күптәр, идара компанияһы бар кәрәкле материалдар һәм ҡорамалдар менән тәьмин иткән осраҡта, үҙ зауыҡтарынан сығып, үҙҙәре башҡарып сығырға теләк белдерҙе. “2024 йылға саҡлы районда барлыҡ күп фатирлы йорттарҙың да подъездары ремонтланасаҡ. Уларҙың һәр береһенең, грант яулау өсөн, “Иң яҡшы подъезд” конкурсына тәҡдим ителерлек булыуына ынтылырға кәрәк. Был, барыһы ла аңлы рәүештә, берҙәм эшкә тотонғанда, беҙ башҡарып сығырлыҡ эш,” – тине И. Усманов һәм Микрорайондың 5-се һанлы йортонда йәшәүселәрҙе миҫалға килтерҙе, улар бер нисә йыл элек республика кимәлендәге конкурста еңеп сыҡҡан һәм бөгөн дә үҙ подъездарын өлгөлө тота. Билдәләп китергә кәрәк, программа тулыһынса бюджеттан финанслана. Һәм был ай һайын капиталь ремонтҡа түләгән аҡса түгел – ҡыйыҡтарҙы ремонтлау, электр сымдарын һәм һыу торбаларын ремонтлау шулай уҡ график буйынса дауам итәсәк.

Уңайлы ихата

Ихаталар өсөн айырым “Башҡорт уңайлы ихатаһы” программаһы ҡаралған. 2018 йылда Микрорайонда йорт территорияларын тәртипкә килтереүгә 2 миллион 348 мең һум аҡса үҙләштерелгән, 2019 йылға 3 миллион 203 мең һум бүленә. Был аҡсаға юлдарға асфальт түшәләсәк, машина ҡуйыу урындары яһаласаҡ, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, резина менән ҡапланған хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Әйткәндәй, ҡабул иткән ваҡытта балалар майҙансыҡтарының йомшаҡ резина менән ҡапланыуы мотлаҡ шарт булып торасаҡ, унан башҡа подрядсының документтарына ҡул ҡуйылмаясаҡ. Әммә “Башҡорт уңайлы ихатаһында” фатир хужалары, хаҡтың 1 процентын үҙ аллы йыйып, проектты финанслауҙа ҡатнашырға тейеш буласаҡ. Был ғәҙәттә һәр фатирҙан 100–400 һум тәшкил итә. Йорттарға йылы киләсәк Артабан форум асыҡ һөйләшеү рәүешендә дауам итте. Фатирҙарҙа йәшәүселәр үҙ һорауҙарын тәьмин итеүсе ойошмалар ағзаларына бирә алды. Йорттарҙа йылылыҡ етмәүенә ҡағылышлы һорауға ҡаҙанлыҡтағы иҫке, эффекты аҙ булған ҡаҙанды яңы, аҙ сығымлы ҡаҙанға алмаштырасаҡтары хаҡында яуап бирелде. Уны урынлаштырыу февраль аҙағына уҡ планлаштырылған.

Беҙҙең делегат

Сара һуңында ошо йылдың апрель айында Өфө ҡалаһында үтәсәк күп фатирлы йорттар советтары Республика форумына депутат һайланды. Ҡатнашыусылар 5-се һанлы йорт Советы рәйесе Ф. Ғайнановтың кадидатураһын бер тауыштан хупланы.
Читайте нас: