Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 18:30

ЯҢЫ КИТАПТАР

Беҙҙең учреждениеға яңы китаптар килтерелеүе китапханасылар өсөн генә түгел, уҡырмандар өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булып тора.

Яңы килгән китаптар араһында ғилми белешмә әсбаптар күп. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына, Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға, шулай уҡ милли батыр Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған энциклопедиялар бар. Беҙ уҡырмандарҙы 6 томда башҡорт телендә донъя күргән “Башҡорт энциклопедияһы” менән танышырға саҡырабыҙ. Унда Башҡортостандың тарихы, тәбиғәте, иҡтисады, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, административ-территориаль ҡоролошо тураһында мәҡәләләр табырға мөмкин.
“Хәрби тарих” энциклопедияһы башҡорт халҡының күп быуатлыҡ хәрби тарихына арналған, башҡорттарҙың Рәсәй ғәскәрҙәре составында һуғыштарҙа һәм походтарҙа ҡатнашыуы тураһында бәйән ителә. Китапҡа 800-ҙән ашыу мәҡәлә, 400-ләп иллюстрация индерелгән. “Башҡортостан халыҡтары” энциклопедияһында Башҡортостанда төпләнгән халыҡтар тураһында һөйләнелә. Төбәк халыҡтарының этник тарихы, урынлашыуы, һаны, теле, традицион рухи һәм матди мәҙәниәте, республикалағы бөгөнгө торошо һәм үҫеше тураһында мәғлүмәттәр бирелә.
“Башҡорт комсомолы” энциклопедияһы комсомол тарихына арналған. Был баҫмала өлкә, ҡала һәм район комсомол ойошмалары (шул иҫәптән Ҡыйғы районында) барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Күренекле комсомол хеҙмәткәрҙәренең биографияһы, хәтирәләр бирелгән. “ХVIII–ХХ быуаттарҙың һынлы сәнғәтендә башҡорттарҙың образы” альбомы шулай уҡ күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, унда Рәсәй һәм сит ил рәссамдарының башҡорттарҙың ҡиәфәтен һәм характерын сағылдырыусы эштәре йыйылған.
“Салауат Юлаев” энциклопедияһы шулай уҡ уҡырмандарҙы битараф ҡалдырмаҫ. Унда шағир һәм полководец һәләттәренә эйә сағыу шәхес тураһында 900-ләп мәҡәлә урын алған. Пугачев хәрәкәте осоронда Салауаттың эшмәкәрлеге хроникаһы (шулай уҡ “Ҡыйғы эргәһендәге алыш”, “Ҡыйғы татарҙарының Салауатты эҙәрлекләүе” кеүек мәғлүмәттәр) бирелгән.
Шулай уҡ “Рус рәссамдары ҡомартҡылары” альбомын билдәләп үтке килә. Унда беҙҙең илдең генә түгел, донъя мәҙәниәтенең сағыу өлгөләренә әйләнгән эштәр күрһәтелгән.
“Инеш” нәшриәтенән “Мостай: Бер ҡасан да булмаған интервью” әҙәби баҫмаһы Мостай Кәримдең юбилейына ҡарата яҡшы бүләк булып тора. Унда шағир барлыҡ һорауҙарға үҙенең әҫәрҙәрендәге, шиғырҙарындағы, хәтирә-уйланыуҙарындағы юлдар менән яуап бирә.
Шулай уҡ яңы китаптар араһында – С.И. Ожеговтың төҙәтелгән һәм өҫтәмәләр индерелгән, 100 меңләп һүҙ ингән 27-се “Рус теле һүҙлеге”.
Барлыҡ был яҡшы баҫмалар һеҙҙе көтөп ҡала!
Г. Мирғәлина, баш китапханасы.

Читайте нас: