Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2019, 18:59

Яугир-интернационалистар осрашыуы

Ветерандар Р. Ғөбәйҙуллин, В. Хужин, Д. Ғимашев, Р. Хәбибйәнов һәм Республика йәштәргә социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Төньяҡ филиалы педагог-психологы И. Ғөбәйҙуллин (һүрәттә) Балтас районының Иҫкке Балтас ауылында совет һалдаттарын Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығына арнап үткәрелгән төбәк хәрби-спорт форумында ҡатнашты.

Сарала республиканың ете районынан: Балтас, Мишкә, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Ҡыйғы һәм Тәтешле райондарынан яугир- интернационалистар ҡатнашты. “Был дуҫлыҡ һәм берҙәмлектең, йәнле аралашыуҙың һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙың, сәләмәт тормош алып барыуҙың, хәрби алыштарҙа ҡатнашҡан ветерандарҙың һаулығын ҡайғыртыуҙың һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙең күркәм миҫалы,” – тине ҡатнашыусылар.
Ярыштар ”Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексының спорт залында иртәнән башланды. Һәр команда тәүҙә үҙенең “Визит карточка”һын тәҡдим итте, пневматик винтовканан атыу, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, арҡан тартышыу буйынса көс һынашты. Беҙҙең район спортсылары “Иң берҙәм команда” номинацияһында призлы урын алды һәм ойоштороусыларҙың грамотаһына лайыҡ булды. Шулай уҡ улар ветерандар форумында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Балтас районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Читайте нас: