Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2019, 19:04

“АФҒАНСТАН: БЕҘҘЕҢ ХӘТЕР ҺӘМ ӘРНЕҮ”

Районда совет ғәсккәрҙәрен Афғансттан Демократик Республикаһынан сығарыуға 30 йыл тулыуғға арналған саралар үтте. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда хәрби техникка күргәҙмәһен ойоштторҙо: БТР-70, МТ-ЛБ, “Урал--4320”, “КамАЗ-4310” автомобилдәре урын алғғайны. Үҙәк район китапханаһы Афғанстандағғы һуғышҡа арналған китаптар күргәҙмәһен әҙерләгәйне.

Был көндө хәрби хәрәкәттәр ветерандары Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды, яугир - интернационалистарға арналған экспозиция менән танышты, үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Иҫтәлекле датаға арналған митинг уҙҙы. Унда, яугир - интернационалистар менән бер рәттән, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылындағы филиалы, мәктәп уҡыусылары, һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары һәм туғандары, район халҡы ҡатнашты. Ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына рәхмәт һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссар Н. Скурихин, Ҡыйғы районы буйынса хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы рәйесе Р. Ғөбәйҙуллин еткерҙе.
Митингта ҡатнашыусылар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, улар хөрмәтенә залп бирелде, мемориалға сәскәләр һалынды. Артабан сара район мәҙәниәт йортонда дауам итте. “Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн һәм Совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуҙың 30 йыллығы уңайынан” район хакимиәтенең рәхмәт хаттарына ветеран-афғанлылар Р. Ғөбәйҙуллин, Р. Хәбибйәнов, В. Хужин, Д. Ғимашев, Ф. Маннапов, Р. Дилмөхәмәтов һәм Ю. Шакировтар лайыҡ булды.
Ҡыйғы районы буйынса хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы Маҡтау ҡағыҙҙарын ойошма рәйесе Р. Ғөбәйҙуллин ветерандар Р. Нурыев, В Ғатауллин, И. Мостафин, Р. Ғиниәтуллин, И. Әхйәмов, Г. Ҡолмөхәмәтов, Ф. Нотфуллиндарға тапшырҙы.
Ижад коллективтары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Афғанстан һуғышы тураһында видеофильмдар күрһәтелде.
“Тыныслыҡ – бик нескә нәмә. Беҙҙең бурыс – уны ҡурсалау. Бер кем дә һуғыштың ҡабатланыуын теләмәй,” – ти һуғыш утын үҙҙәре кисергән яугирҙәр.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: