Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2019, 19:46

“Ҡыйғыр быуыны – 2019” йәштәр форумы иң әүҙем йәш-елкәнсәкте сираттағы тапҡыр йыйҙы

Сарала 70-тән артыҡ егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Әүҙем йәштәр командаһын булдырыу, йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү юлы менән уларҙы социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү, шулай уҡ егет- ҡыҙҙарҙың компетентлылығын һәм һәләттәрен үҫтереү сараны ойоштороусыларҙың төп маҡсаты булып торҙо. Форум өс тематик йүнәлештә барҙы: “Халыҡ алдында сығыш яһауу күнекмәләре”, “Йәштәрҙең үҙидаралығы”, “Командала эш алып барыу – үҙгәрештәргә юл”.

Форумдың эшендә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Туразянова, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А. Ғәйфуллин, шулай уҡ саҡырылған спикерҙар: сәйәси фәндәр кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы сәйәсәт кафедраһы доценты В. Савичев, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” йәштәр инициативаларын үҫтереү буйынса төбәк йәмғиәт ойошмаһы башҡарма комитеты етәксеһе А. Килсенбаев, ғәмәли психолог, шәхси үҫеш тренеры, магистр Г. Гәрәева ҡатнашты. Ғәмәли уҡыуҙарҙан һуң секцияларҙа “проекттар конвейеры” ойошторолдо. Эксперт комиссияһы Иҫке Мөхәмәт ауылы йәш волейболсыларының пляж волейболын үҫтереү буйынса проектын иң яҡшыһы тип тапты. Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылы филиалы студенттары тәҡдим иткән спорт йүнәлешле икенсе проект ошо көндәрҙә тормошҡа ашырылыуға хуплау алды. Ауыл ерендә йәштәр тормошон яҡшыртыуға, мәҙәниәтте үҫтереүгә, халыҡтың тарихын өйрәнеүгә һәм башҡа мәсьәләләргә йүнәлтелгән башҡа проекттар эксперт комиссияһы ағзаларында һәм ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Проект етәкселәре һәм ҡатнашыусылар үҙ идеяларын үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса файҙалы кәңәштәр алды. Иң ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм перспектив тип табылған проекттар артабан “Смарт-Тау” республика форумында ҡатнашасаҡ. “Форум дуҫтарса мөхиттә үтте, беҙ бөгөн социаль әһәмиәтле проекттар өҫтөндә эшләү, команда менән эш алып барыу һәм башҡалар буйынса файҙалы мәғлүмәт алдыҡ, был беҙгә киләсәктә файҙалы буласаҡ. Айырыуса спикерҙар менән төркөмдәрҙә эшләү оҡшаны. Сара фәһемле булды, беҙ киләсәккә дәрт-илһам алдыҡ, яңы дуҫтар таптыҡ,” – тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште форумда ҡатнашыусылар. С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: