Бөрйән районында 22 февралдә «Башхардский шарьяж» этник-экскурсия комплексында «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» байрамы уҙғарыла. Ат сабышы, шулай уҡ «Ылаҡ» уйыны менән күрһәтмә сығыш көтөлә.
23 февралдә Иҫке Собханғол ауылының Күҙәмбәт яланында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған саналы аттар ярыштары ойошторола. Сара шулай уҡ республиканың 100 йыллығына бағышланған.
Ауыл биләмәләре һәм ойошмалар араһында йоланы тергеҙеү өсөн команда иҫәбендә Исмәғил Ғәбитовтың күсмә кубогы уйнатыла.
Шулай уҡ ҡамыт-дуғаны иң матур биҙәүгә конкурс, йылҡысылар бәйгеһе, балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт-күңел асыу уйындары көтөлә. Иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусы номинацияларында ҡатнашыусылар бүләкләнә.
«Ҡыш байрамы район халҡы һәм ҡунаҡтары араһында бик популяр, ул һәр ваҡыт ыңғай хис-тойғолар алып килә. Саналы аттар ярышы — ваҡиғалар туризмының мөһим элементы, уға ҡыҙыҡһыныу районға республиканың төрлө мөйөштәренән туристар ағымын йәлеп итә», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.