Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2019, 17:05
Республикала инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла
Башҡортостанда инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған указға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие 10 мең һум була.
Башҡортостанда инвалид балаларҙы тәрбиәләү буйынса түләүҙәр ике тапҡырға тиерлек арттырыла.
Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған
указға
ярашлы, ағымдағы йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы һәм бала саҡтан беренсе төркөм инвалидтарын ҡарау буйынса пособие 10 мең һум була. Әле был сумма 5,5 мең һумға тиң.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, эшләмәгән ата-әсә өсөн бала саҡтан беренсе төркөм инвалидын тәрбиәләү буйынса айлыҡ түләүҙең күләме 11 мең 500 һумға тиклем арттырыла. Хәҙер пособие 6 мең 200 һум тәшкил итә.
Пенсия фонды белдереүенсә, ошо түләү тәғәйенләнгән бөтә ата-әсәләргә һәм опекундарға бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә.
Әлеге ваҡытта республикала 16 мең 600 инвалид бала йәшәй.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?