Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 17:37

АУЫЛ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТОНА – ЯҢЫ ҠЫЙЫҠ

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә быйыл халыҡтың һорауы буйынса Кандаковка ауылы мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы ремонтланасаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты рәйесе В. Сәйфуллин хәбәр итеүенсә, мәҙәниәт усағының ҡыйығын яңыртыуға 404,7 мең һум аҡса талап ителә.

Эштәрҙе башҡарыуға тендерҙы “В.В. Ҡәҙеров” шәхси предприятиеһы яулаған.

Ҡыйыҡты ябыу өсөн цинкланған профнастил килтерелгән, әҙерлек эштәре башланған.
Читайте нас: