Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 16:56

ГРАН-ПРИ – БЕҘҘЕКЕ!

Беҙҙең илдә балаларҙың һынлы сәнғәте төрлө йәштәрҙәге кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Музейҙар булдырылып, ҙур сәнғәт әҫәрҙәре булараҡ, балаларҙың эштәре һаҡлана. Был һүрәттәргә бағышлап, китаптар, мәҡәләләр яҙыла, психологик тикшеренеүҙәр үткәрелә, кинофильмдар, телетапшырыуҙар төшөрөлә… Художестволы оҫталыҡ матурлыҡты күрә һәм баһалай белергә өйрәтә.

Ағалы-ҡустылы Марат һәм Әмир Әлибаевтар (уларға 10 һәм 8 йәш) Зөлфиә Квасняҡ етәкселегендәге “Арт- Йондоҙлоҡ” студияһында ҙур теләк менән шөғөлләнә. Ҡыҫҡа ғына осор эсендә малайҙар гуашь менән һүрәт төшөрөү техникаһын үҙләштереп кенә ҡалманы, төрлө конкурстарҙа еңергә, хатта үҙ эштәрен һатырға өлгөрҙө. Әлибаевтарҙың яратҡан темаһы – хайуандар донъяһы. Хайуандар донъяһын өйрәнеү йәш рәссамдар өсөн мөһим булып тора. Сөнки хайуандарға ентекләп күҙ һалған һәр кем уларҙың ни тиклем матур һәм нәзәкәтле булыуын, ҡылыҡ- хәрәкәттәренең ҡабатланмаҫлығын күрә. Бәләкәйҙән тирә-яҡтағыларға гуманистик мөнәсәбәт тәрбиәләү мөһим булып торғанлыҡтан, хайуандарҙы һүрәткә төшөрөргә өйрәтеү әлеге ваҡытта ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо йылдың февралендә “Беҙ үҙебеҙ эйәләштергән йән эйәләре өсөн яуаплы” республика һүрәттәр конкурсы үтте. Марат Әлибаев ошо конкурстың Гран-приһын яуланы һәм Республика балалар экологик-биологик үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы дипломына лайыҡ булды. Марат менән Әмиргә артабанғы уңыштар, донъяны үҙҙәренең ҡабатланмаҫ һүрәттәре менән биҙәүҙәрен дауам итеүҙәрен теләйбеҙ.
З. Квасняк. Автор фотоһы.

Читайте нас: