Беҙҙә йыл һайын Р. Хәкимов иҫтәлегенә һәр төрлө саралар, шул иҫәптән традицияға ингән хоккей турниры үткәрелә. Роберт үҙе лә хоккей уйнарға яратҡан була һәм район, республика турнирҙарында күп тапҡырҙар ҡатнаша. Музейҙа уның хоккей сәкәне, каскаһы, бирсәткәләре, шулай уҡ значоктары, ”Алтын шайба–1980” миҙалы һаҡлана (ошо йылда Туймазы ҡалаһында үткән чемпионатта ҡатнаша). Район хоккей уйыны командаһы ағзалары музейға “63” һаны (тыуған йылы – 1963) аҫтында Роберт Хәкимовтың исеме яҙылған футболканы бүләк итте. Был Роберттың район йыйылма командаһы ағзаһы булып ҡаласағы һәм уның исеме яҡташтарының күңелендә мәңге һаҡланасағы символы булып тора. Р. Хәкимовтың апаһы туғандары исеменән хоккейсыларға Робертты онотмағандары өсөн рәхмәт белдерҙе, уларға һаулыҡ һәм уңыштар теләне. Шулай уҡ ул музейға ҡиммәтле ҡомартҡылар – Р. Хәкимовтың документтарын: тыуыу хаҡында таныҡлығын, комсомол һәм хәрби билетын, водитель таныҡлығын һәм шәхси яҙмалар блокнотын тапшырҙы. Бүләк ителгән документтар араһында Р. Хәкимовтың вафат булыуы хаҡында рәсми ҡағыҙ, СССР Юғары Советы Президиумының “Интернационалист- яугиргә” Грамотаһының, шулай уҡ СССР Юғары Советы Президиумының 1983 йылдың 6 майындағы “Роберт Рәфил улы Хәкимовты Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләү (үлгәндән һуң)” Ҡарарының төп нөсхәләре бар.