Яҡтар Рәсәй Почтаһының мөһим социаль функция башҡарыуын билдәләне, ул үҙ бүлектәре селтәрен һаҡлап алып ҡалып, алыҫ райондарҙа дәүләт тарафынан гарантияланған хеҙмәттәрҙе билдәләнгән тарифтар менән күрһәтә. Социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙән тыш, почта селтәре урындағы халыҡҡа эш урындары сығанағы булып тора. Бүлектәрҙең күпселеге муниципаль милеккә ҡараған биналарҙа урынлашыуын иҫәпкә алып, уларҙың өҙлөкһөҙ эшләүен бергәләп хәл итергә кәрәк, тип билдәләне кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.
Әлеге көнгә һәр муниципаль берәмектә почта бәйләнешен үҫтереү буйынса берлектәге саралар планы төҙөлгән. Уны уңышлы тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән, территорияларҙа иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, сөнки почта селтәре республика ҡала-ауылдарында дөйөм инфраструктураның мөһим өлөшө булып тора.