Беҙҙең Ҡыйғы
+31 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
15 Марта 2019, 12:19

“СИФАТЛЫ ЗАПАС ЧАСТАР – ЮЛДАРҘА ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ГАРАНТИЯҺЫ”

Үрге Ҡыйғы ауылында Рөстәм Нурыевтың автомобиль запас частары магазины беҙҙең райондың ғына түгел, күрше райондар автомобиль хужаларына ла яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә бында “ГАЗ” маркалы автомашиналар, атап әйткәндә, “ГАЗель”, “Соболь” өсөн запас частар бүлеге асылды.

“Горький ҡалаһы автомобиль заводында етештерелгән “ГАЗель”, “Соболь” автомобилдәре беҙҙә киң ҡулланыла. Улар менән пассажирҙар йөрөтөлә, аҙыҡ- түлек, төҙөлөш материалдары һәм башҡа әйберҙәр ташыла. Әлбиттә, автомобилдәрҙе интенсив файҙаланыу уларҙы сифатлы хеҙмәтләндереүҙе һәм ваҡытында ремонтлауҙы талап итә. Әлегә тиклем беҙ, был машиналарҙы хеҙмәтләндереү, ремонтлау менән шөғөлләнһәк тә, үҙебеҙҙең магазинға улар өсөн запас частар һирәк килтерә инек. Тирә-яҡта ла уларға махсуслашҡан һатыу нөктәләре булмау сәбәпле, машина хужаларына запас частар һәм деталдәр эҙләп йыраҡҡа йөрөргә тура килде. Күрше райондар автосервис хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшеп, хәлде яҡшылап асыҡлағас, мин ошо аҙымды яһарға хәл иттем. Бының өсөн бинабыҙ ҙа бар. Яңы бүлек айырым, магазиндың икенсе этажында урынлашҡан. Был һатып алыусылар уңайлығы өсөн, бер урында оҙон сираттар булдырмау маҡсатында эшләнде. Бөгөн кешеләргә һәр минут ҡәҙерле, айырыуса руль артындағылар өсөн. Шуны ла айырым әйтергә кәрәк, беҙҙә һатылған запас частар оригинал, уларҙың сертификаты һәм гарантияһы бар. Запас частарҙың фирма ҡаптары бер нисә һаҡлыҡ дәрәжәһенә эйә. Был, үҙ сиратында, юлдарҙа хәүефһеҙлек гарантияһы. Яңы бүлектә йөҙәрләгән запас частар бар. Йәйге тәгәрмәстәр, дисктар һайлау мөмкинлеге киң. Беҙҙең автосервис хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларға һәр төрлө кәңәш, консультация бирергә әҙер,” – тип һөйләне Рөстәм Адонис улы.
Тәүге клиенттар хеҙмәтләндереү сифатынан һәм тауар менән ҡәнәғәт. “Барлыҡ хеҙмәт төрҙәренең бер урында комплекслы күрһәтелеүе ҡулайлы. Эшҡыуарға киләсәктә лә уңышлы эшләүен теләйбеҙ,” – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты улар. Эшҡыуар иҫәпләүенсә, һәр эштең нигеҙендә яңылыҡҡа ынтылыу һәм эҙләнеү ята. Хаталаныуҙан ҡурҡып, бер тапалған һуҡмаҡтан ғына атлап булмай. Һәр саҡ алға барырға, бер туҡтамай эшләргә кәрәк. “Мин ғаилә башлығы булараҡ, иң тәүҙә үҙ ғаиләмдең именлеген, етешлеген ҡайғыртырға тейешмен. Был минең төп маҡсатым,” – ти Р. Нурыев. Ысынлап та, эшҡыуар икмәге еңел түгел: ул үҙе һатып алыусыһын эҙләп таба, административ мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә, хөкүмәткә һалым, үҙ-үҙенә эш хаҡын да түләй.


Материалдарҙы С. Исмәғилева әҙерләне.

Читайте нас