Дүшәмбикә ауылында йәшәүселәрҙе айырыуса һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре борсой. Мәҫәлән, берәүҙәр район үҙәк дауаханаһында дауаланып сығыу мөмкин булмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе, икенселәрҙе иһә урындағы ФАП-та дарыуҙар һатылыуы мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра. Медицина хеҙмәт- кәрҙәренә мәғариф учреждениеларында үҫмерҙәр алдында лекциялар менән сығыш яһарға тәҡдим ителде. Барлыҡ һорауҙарға ла Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы табибы, акушер-гинеколог
Т. Демях яуап бирҙе. Ул ауылдағы ыңғай демографик хәлде билдәләп үтте. 2018 йылда 8 кеше донъя ҡуйһа, 12 сабый донъяға килгән. Шулай уҡ Татьяна Александровна диспан-
серизация үтеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне.
Хеҙмәт ветерандары ер һалымынан азат итеү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Урындағы мәсеттең имам-хатибы Ғ. Әхмәтйәнов зыяратты кәртәләүҙә ярҙам һораны.
Ауыл биләмәһенең барлыҡ ауылдарында контейнерҙар етмәүе, уларҙың дөрөҫ урынлаштырылмауы
мәсьәләһе күтәрелде.
Һарығол һәм Туҡай ауылдары халҡы мәҙәниәт усағы булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларға, йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары менән
ҡыҙыҡһыныусылар булды.
Урамдарҙың торошо, берәҙәк эттәр, үлгән малдарҙы күмеү мәсьәләләре ауыл биләмәһенең барлыҡ халҡын борсой. Һарығолдар ауыл аша үтеүсе автомобиль юлына видеокамералар ҡуйыуҙарын һораны. “Тиҙлекте сәғәтенә 40 саҡрымдан арттырмау тураһында билдә булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр сәғәтенә 80 саҡрым тиҙлектә үтеп китә,” – ти ауыл халҡы.
Сағырҙа йәшәүселәр урам юлдарын, ауыл үҙәгендәге күперҙе ремонтлауҙы, зыяратты кәртәләүҙә ярҙам һорай. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре балаларҙы Үрге Ҡыйғы ауылына факультатив дәрестәргә, спорт секцияларына йөрөтөү өсөн автобус кәрәклеген белдерҙе.
Ауыл биләмәһе башлығы Ф. Ғиззәтуллин ауылдар халҡына янғын хәүефһеҙлеге талаптарын аңлатты, спиртлы продукцияны законһыҙ һатҡан өсөн яуапҡа тарттырыу сараларының көсәйтелеүе тураһында әйтеп үтте.
Район ветеринария станцияһы табип-эпизоотологы А. Низамов малдарҙың айырыуса хәүефле сирҙәрен киҫәтеү тураһында һөйләне.