Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2019, 17:26

ЙОМШАҠ МЕБЕЛГӘ ҠАБАТТАН “ЙӘН ӨРӘЛӘР”

Көндән-көн күберәк кеше интерьер биҙәлешенә иғтибар бүлә. Шул уҡ ваҡытта иҫке, әммә сифатлы мебель ремонтлап яңыртылған бүлмәлә урынһыҙ күренергә мөмкин. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн, йомшаҡ мебелдең тышлығын алмаштырыу ҙа етә.

Эшҡыуар Эльза Әнүәр ҡыҙы Ниғмәтуллина, Үрге Ҡыйғы ауылында редакция бинаһындағы бүлмәне ҡуртымға алып, йомшаҡ мебелде яңыртыу буйынса үҙ оҫтаханаһын бынан өс йыл элек аса. “Мин һөнәрем буйынса тегенсе. Үҙ эшемде асырға уйлағас, районда йомшаҡ мебелде яңыртыу менән шөғөлләнеүселәр булмауына иғтибар иттем. Ә был төр хеҙмәткә һорау һәр ваҡыт бар. Һәр йортта бер нисә диван, кресло һ.б. ултыра, ваҡыт үтеү менән уларҙың күркәмлеге һүрелә төшә. Шул уҡ ваҡытта сифатлы мебелдең каркасы (һөлдәһе) артыҡ туҙмай, ә тышлығының таушалыуы, туҙыуы, бысраныуы мөмкин. Бындай осраҡта кешеләр уны яңынан тышлатырға бирә ала. Әйткәндәй, клиенттарҙың теләге буйынса беҙ мебель конструкцияһының эшлектән сыҡҡан өлөштәрен, иҫкергән тултырғыс материалдарын һәм пружиналарын да алмаштырып бирә алабыҙ. Ҡыҫҡаһы, клиент тулыһынса яңыртылған мебелгә эйә була һәм ярайһы уҡ аҡсаһын экономиялай.
Йомшаҡ мебелде яңыртыу, әлбиттә, айырым оҫталыҡ талап итә, әммә, теләк булғанда, бар һөнәргә лә өйрәнергә мөмкин. Бөгөн беҙҙә материалдарҙың иң осһоҙонан алып ҡиммәтлеләренә тиклем күп төрҙәре бар. Клиенттар үҙҙәре килеп туҡыма өлгөләре менән таныша, башҡарылған эштәрҙең фотоһүрәттәре каталогы менән таныша ала. Заказ биреүселәр өсөн бар уңайлыҡтарҙы ла булдырырға тырышабыҙ.
Йомшаҡ мебелдең тышлығын яңыртыу буйынса ҡайһы бер эштәрҙе барып урында уҡ, ә ҡайһы берҙәрен мастерскойҙа башҡарырға тура килә. Мебелдең ҙурлығына ҡарап автотранспорт саҡыра алабыҙ, йәки хужалары үҙҙәре килтерә ала. Һуңғы ваҡытта автомобиль салонына чехолдар тегеүгә заказдар күп бирелә. Заказдар артып китһә, йәки ашығыс эш килеп тыуһа, мин ваҡытлыса ярҙамсы алам,” – тип һөйләне беҙгә Эльза Әнүәр ҡыҙы.
Материалдарҙы С. Исмәғилева әҙерләне.

Читайте нас: