Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 17:55

БАРЛЫҠ ПРОБЛЕМАЛАР ХӘЛ ИТЕЛӘСӘК

Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов етәкселегендәге мәғлүмәт-аналитика төркөмөнөң сираттағы осрашыуы Кандаковка ауыл Советы ауыл биләмәһендә үтте.

Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын төҙөү иҫәбенә район иҡтисадын күтәреү; янғын хәүефһеҙлеге; алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыуға ҡаршы көрәш; берәҙәк малдар мәсьәләләренә ентекле туҡталды. Район ветеринария станцияһы начальнигы Р. Моратшин хәүефле йоғошло сирҙәрҙе киҫәтеү, малдарҙы вакцинациялау һәм идентификациялау тураһында бәйән итте. Барлыҡ ауылдарҙа ла халыҡ сүп- сар контейнерҙары етерлек булмауына ризаһыҙлыҡ белдерә. Быға яуап итеп Шамил Радил улы сүп-сар реформаһының яңы башланыуы ғына, киләсәктә контейнерҙар өсөн майҙансыҡтар төҙөләсәге һәм кәртәләп алынасағы тураһында һөйләп үтте. Халыҡты шулай уҡ ағас әҙерләүселәрҙең ауыр техникаһының һөрөнтө ерҙәрҙе, бесәнлектәрҙе, күперҙәрҙе һәм юлдарҙы боҙоуы борсой. Халыҡ йәнә лә район-ара медицина үҙәгенә йөрөү өсөн Дыуан районы Мәсәғүт ауылына тура юл төҙөргә кәрәклеге үтенесен еткерҙе. “Ошо участка аша магистраль газ торбаһы үткәнлектән, проблеманы хәл итеүҙә ҡаршылыҡтар бар. Әммә беҙ хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ,” – тине район хакимиәте башлығы. Күптәр стационар дауаланыуға эләгеп булмауға зарлана, Түбәнге Ҡыйғы дауалау амбулаторияһында һәм Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында урындарҙы арттырыуҙы һорай. Первомайский ауылында йәшәүселәр – Ҡыйғы йылғаһы аша һалынған күперҙең торошо, Солтан ауылы халҡы янғын һүндереү машинаһы водителе булмауы, һыу ағыҙыу торбалары һалынмағанлыҡтан, мәктәп һәм шәхси йорттар территорияларын һыу баҫыуы, булған канауҙарҙың күмелеп ҡалыуы йәһәтенән борсолоу белдерҙе. Урындағы мәктәптең тәҙрәләрен ремонтларға, яңы компьютерҙар һатып алырға кәрәк. Первомайский ауылында газ баллондары менән тәьмин итеү яйға һалынмаған. Йосоп ауылы халҡы ремонтланған мәҙәниәт йорто бинаһына йыйылды. Улар художество етәксеһе штатын булдырыуҙы һорай. Мәктәптә туҡланыуға, мәктәп автобусына ҡағылышлы һорауҙарға мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев аңлатма бирҙе. Мәктәп автобусына бәйле проблема урында хәл ителде, балаларҙы Солтан ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөтөү өсөн яңы “ПАЗ” автобусы бүленде.

Читайте нас: