Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2019, 18:23

БУИНСК ҠАЛАҺЫНАН КИЛГӘН ВЕТЕРИНАР

Ибрай ауылының хөрмәтле ккешеләренең береһе Мөнир Шәйхетдин улы Камалутдиновҡа ошо көндәрҙә 70 йәш тула. Юбиляр күрше республикала тыуып үҫкән, әммә Башҡортостандың Ҡыйғы районында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ышаныслы дуҫтар һәм яҡшы таныштар туплап өлгөргән. Мин ҡыҫҡаса уның тормош юлы һәм ҡайһылай итеп, тыуған яҡтарын ҡалдырып, беҙҙең төбәктә төпләнеп китеүе хаҡында һөйләргә теләйем.

Мөнир Шәйхетдин улы Татарстан Республикаһының Апас районы Ҡолғона ауылында донъяға килгән. Бай тыуған яғы уға мөһәбәт, баһадирҙарса һын бүләк иткән. Йәш егет Буинск дәүләт ветеринария техникумында уҡый. Уҡыуын тамамлаған йәш белгесте эшкә Башҡортостанға ебәрәләр, БР Ауыл хужалығы министрлығы уны Ҡыйғы районының “Йондоҙ” колхозына ветеринария фельдшеры итеп тәғәйенләй. Эш урынына килгән егет был яҡтарға бар күңеле менән ғашиҡ була. Элекке “Йондоҙ” колхозы ерҙәре тыныс һәм мул һыулы Әй йылғаһы буйы ярҙарында йәйелеп ята. Бөтә донъяға даны таралған “Янғантау” шифаханаһы яҡында ғына урынлашҡан. Был яҡтар халыҡ геройы С. Юлаев исеме менән дә тығыҙ бәйле. “Бынан тыш, урындағы халыҡ ихлас, аралашыусан һәм һәр кешегә алсаҡ,” – тип һөйләй Мөнир Шәйхетдин улы. Ул был ерҙәрҙе ихлас үҙ итә һәм, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәтен тамамлағас, үҙ теләге менән был яҡтарға кире әйләнеп ҡайта һәм һөнәре буйынса эшләүен дауам итә. Тәүге көндәрҙән үк ул колхоздың һәм шәхси хужалыҡтарҙың малдарын хеҙмәтләндергән Йыланлы ветеринария участкаһын етәкләй, бер үк ваҡытта участканың яңы бинаһын төҙөү эштәрен алып бара. 1975 йылда уны Йыланлы ауыл Советына рәйес итеп һайлап ҡуялар, бында ла ул башҡарма комитеттың яңы бинаһын төҙөү хаҡында хәстәрләй башлай һәм маҡсатына ирешә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙенең талапсанлығы, ғәҙеллеге һәм яңы технологияларҙы ҡулланыуға индереү ынтылышы менән айырылып тора. “Ябай табип сирле кешене дауалаһа, ветеринария табибы кешелекте дауалай”, тиҙәр, ул малдарҙың һаулығын ҡайғырта һәм һәр төрлө ҡурҡыныслы эпидемияларға ҡаршы бар көсөн йәлләмәй көрәшә. Уны Чкалов исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйғас, Чкалов исемендәге һәм “Заря” колхоздары берләштерелә. Эреләтелгән колхозды етәкләү эшен йәш һәм дәртле М. Камалутдиновҡа ышанып тапшыралар. Артабан уны “Красный Урал” колхозының баш ветеринария табибы итеп күсерәләр. Алыҫ 70-се йылдарҙа М. Камалутдинов КПСС сафына баҫа һәм ошо ваҡыттан алып 45 йылдан артыҡ коммунистик идеяларға тоғро ҡала. Уны өс саҡырылыш район Советына, һигеҙ саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар. Мөнир Шәйхутдин улы ғаиләһендә лә бәхетле кеше, Ибрай ауылының Фәүлизә исемле һылыуы менән ныҡлы ғаилә ҡоралар. Ике ҡыҙ үҫтергәндәр, улар ҙа тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Шулай итеп, күрше Татарстанда тыуып үҫкән егет Ҡыйғы халҡының үҙ һәм яҡын кешеһенә әйләнгән, бында ул ғаилә ҡорған һәм тамырҙары бында береккән.


М. Сабирйәнов. Фото ғаилә альбомынан.

Читайте нас: