Ярыштың маҡсаты булып әүҙем сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, өлкән йәштәгеләрҙе һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа ылыҡтырыу, тәжрибә уртаҡлашыу торҙо. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, ике сәғәт эсендә иң күп балыҡ тотоп, беренсе урынды Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы ветераны Даларис Зарипов яуланы. Икенсе урынды – Сәлихов Альберт (115-се һөнәрселек училищеһы ветераны), өсөнсө урынды автомобиль транспорты ветераны Закиров Илдар алды. Барлыҡ еңеүселәргә лә шәхси эшҡыуар Рафаэль Ҡазыханов үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Артабан балыҡсы мәрәкәләре, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу самауыр артында дауам итте. Ҡатнашыусылар был көндө күңелле тәьҫораттар алып таралышты.