Айрат Марат улы мәктәп йылдарында уҡ спорт менән шөғөлләнә: волейбол, баскетбол, хоккей, ҡаҡма туп уйындарын уйнай, саңғыла йөрөй, үҙен физик яҡтан сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирә. Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 9- сы класын тамамлағас, 115-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. РФ Ҡораллы Көстәрендә танк ғәскәрҙәре водитель- электрсыһы булып хеҙмәт итә. Артабан һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәренә оҙатыла (Байкал арты крайының Борзя ҡасабаһына). Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, такси водителе булып эшләй. 2013 йылда Төньяҡ флотта мичман булып хеҙмәт иткән ике туған ағаһы Фәнис Латиповтың саҡырыуы буйынса уның янына йүнәлә. Күп тә үтмәй “Дельфин” проектының стратегик йүнәлешле К-51 “Верхотурье” һыу аҫты атом ракета крейсеры экипажынына электрсы итеп алына. Әле был һыу аҫты кәмәһе Төньяҡ полюста Баренцево диңгеҙендә илдең һыу аҫты сиктәрен һаҡлай. “Мин һыу аҫты кәмәһенең 5-се бүлеге электр ҡорамалдары торошо өсөн яуаплымын. Эшем ҡатмарлы, даими рәүештә Обнинск ҡалаһында уҡыу үтәбеҙ. Шулай уҡ физик әҙерлек буйынса нормативтар тапшырабыҙ. Крейсерҙың базаһы булып Мурманск өлкәһенең Гаджиево ҡалаһы тора. Миңә унда ике бүлмәле муниципаль фатир бирелде. Тормош иптәшем Гөлназ Ғәли ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Ял ваҡытында “Тайфун” спорт клубына ашығам, унда хоккей уйнайым, һәр төрлө турнирҙарҙа ҡатнашам”, – тип һөйләй ул. Тыуған яғына ҡатҡанда ата-әсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә өлгөрә, мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһай, төбәк шайбалы хоккей турнирында судья булырға ла ваҡыт тапҡан. Атаһы Марат Рәфил улы менән әсәһе Нурия Факил ҡыҙы уны яуаплы, илдең лайыҡлы гражданы итеп тәрбиәләгән. Бындай лайыҡлы хәрбиҙәр тыуған илде һаҡлағанда, яҡташтары Төньяҡ флотының һынатмаясағына ышана ала.