Ләүзә ауыл Советы ауыл биләмәһе
Халыҡты борсоған мәсьәләләр бында бик күп йыйылған. Тимәк, улар үҙ ауылдарының яҙмышына битараф түгел. Ләүзә ауылының иң өлкән кешеләренең береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны А. Веретеретенников та фекер алышыуҙарҙан ситтә ҡалманы. Халыҡты һаулыҡ һаҡлауға, атап әйткәндә, участка дауаханаһын ремонтлауға (унда һыу ҙа, канализация ла үтмәгән, ҡыйығынан һыу аға), район үҙәк дауаханаһында диспансеризация үтеүгә ҡағылышлы һорауҙар борсой. “Беҙ диспансеризация үтәбеҙ, анализдар тапшырабыҙ, ләкин уларҙы бер кем дә иғтибарлап ҡарамай, электрокардиограмманы уҡырға ла кеше юҡ, беҙ бер кемгә лә кәрәкмәйбеҙ,” – тип ризаһыҙлыҡ белдерә халыҡ.
Иң етди дәғүәләр урман һағы хеҙмәткәрҙәренә ҡарата арендаторҙарҙың урманды файҙаланыуы йәһәтенән белдерелде. Ҡороған һәм йығылған ағастарҙы файҙаланыу тураһында һорауҙар бирелде. Ауылда күптәр почта эшенән ҡәнәғәт түгел, гәзит- журналдар аҙнаһына бер тапҡыр ғына таратыла.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата мәғариф учреждениеһы бинаһы төҙөлөүе, объекттың БР-ҙың Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы контролендә булыуы тураһында һөйләп үтте. Урамдарҙы ремонтлауға ҡағылышлы һорауға яуап биреп, 2019 йылғы планға Ләүзә ауылының Яр, Ракшин һәм Партизан урамдары ремонтланасағын хәбәр итте. Халыҡ ауыл урамдарының береһенә Чечен Республикаһында һәләк булған Дмитрий Силконың исемен биреүҙе һорай. “Быйыл уға 40 йәш тулған булыр ине, ә вафатына 20 йыл тулды,” – ти ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе А. Әхмәтов.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө Ҡурғаш ауылында үтте. Бында С. Юлаев урамын газификациялау бойомға ашырылмай ҡала, халыҡ шулай уҡ ауылда Интернет булмауына зарлана. Белгестәр аңлатыуынса, районда оптиксүс бәйләнеше яйға һалына һәм тиҙҙән Интернетҡа сығыу проблемаһы яйға һалынасаҡ. Газификацияға килгәндә, һәр йортҡа индивидуаль ҡараш талап ителә, райондың һәм йорт хужаларының мөмкинлектәренә ҡарап, мәсьәлә аҡрынлап хәл ителәсәк.
Ауылда йәшәүселәр юлдарҙың ҡышҡы ваҡыттағы торошонан ҡәнәғәт түгел. “Урамдар насар таҙартыла, мәктәпкә лә көрт йырып барырға кәрәк,” – ти улар. Ауылда буш торған өйҙәр күп, уларҙың территорияһын сүп үләндәре баҫҡан һәм ауылды йәмһеҙләп тора. Сымдарҙың һалынып төшөүе, трансформаторҙарҙың ҡеүәте етмәүе арҡаһында электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр була. Урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу талап ителә. Ҡурғаштар сүп-сар контейнерҙары етмәүенә, берәҙәк малдарға һәм хужаһыҙ эттәргә ҡарата ла борсолоу белдерә. Диләнкәләр бүлеү, ағас һатып алыу тураһында һорауҙарға участка урмансыһы А. Миңләхмәтов яуап бирҙе. Район ветеринария станцияһы табип-эпизоотологы А. Низамов халыҡты ветеринария хеҙмәтләндереүенә ҡағылышлы мәсьәләләргә туҡталды. Район советы белгесе А. Монасов малдарҙы аҫрау һәм иреккә сығарыу тәртибен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ тураһында аңлатты.
Ибрай ауыл Советы ауыл биләмәһе
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы А. Ғәйфуллин йыйылыусыларҙы райондың социаль- иҡтисади үҫеше һәм демографик хәле менән таныштырҙы. 2018 йылда районда 192 бала донъяға килгән, 244 кеше донъя ҡуйған. Әгәр 2018 йыл башына районда 17023 кеше йәшәһә, 2019 йылдың ғинуарына ҡарата 16950 ҡалған. Легаль булмаған, суррогат алкоголь продукцияһын һатыуға ҡаршы көрәш республика кимәлендә көсәйтелгән. Был бурысты ярашлы органдар алдына, “Контрафакт алкоголь һатыу – беҙҙең халҡыбыҙға ҡарата геноцид,” – тип билдәләп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡуйҙы. Сөнки алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыуға ҡаршы штрафтар арттырылыуға ҡарамаҫтан (физик берәмектәргә 30 меңдән 50 меңгә тиклем ҡаралған), башҡа кешеләрҙең яма “мауығыуы” иҫәбенә байырға теләүселәр кәмемәй. “Бында күп нәмә һеҙҙең үҙегеҙҙән тора, – тип билдәләне Айҙар Юрий улы.
– Ауылығыҙҙа кемдең законһыҙ эш алып барыуын һәм ауылдаштарын ағыулауын барығыҙ ҙа яҡшы белә. Был проблеманы бергәләп хәл итергә кәрәк”. Янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә лә етди иғтибар бирелде. Республикала һәм шулай уҡ беҙҙең районда йылдан-йыл янғындар булып тора, кешеләр һәләк була. Ишле һәм балалары донъяға килгән ғаиләләргә 2018 йылдан алып янғын сығыуы тураһында хәбәр итеү яйланмалары дәүләт иҫәбенә ҡуйыла. Башҡа категория граждандарға уларҙы үҙ аҡсаларына ҡуйырға кәңәш ителә. Хаҡтары артыҡ ҡиммәт түгел – 300 һум тирәһе. Янғындан ҡаза күргәнсе, бер ни тиклем аҡса сарыф итеп, үҙеңде һәм яҡындарыңды беләнән аралау күпкә отошлораҡ. Район хакимиәтенең иҡтисад, архитектура, төҙөкләндереү һәм иҫәп буйынса идаралығы баш белгесе Ф. Хәкимйәнов халыҡҡа йорт хайуандарын аҫрау ҡағиҙәләре тураһында һөйләп үтте. Йәйге осорҙа ауыл хужалығы малдары көндөҙ көтөүлектә йөрөргә, ә ҡалған ваҡытта ихатала торорға тейеш. Берәҙәк малдар йыш ҡына юғала, юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе була. Ул малдарҙы теләһә ҡайҙа сығарған өсөн штрафтар ҡаралыуы тураһында иҫкә төшөрҙө (граждандарға тәүге тапҡыр – 1–3 мең һум). Эттәр бәйҙә торорға тейеш (физик берәмектәргә эттәрҙе ирекле йөрөткән өсөн 1–2 мең һум штраф һалына). Шулай уҡ ихаталарҙың насар торошо һәм граждандарҙың тыныслығын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған (был хаҡта ентекле материал беҙҙең гәзиттең 2019 йылдың 5 мартындағы 19-сы һанында баҫылғайны). Ауыл хужалығы малдарын мотлаҡ вакцинациялау, уларға чиптар һәм биркалар беркетеү кәрәклеге тураһында район ветеринария хеҙмәте белгестәре һөйләне. Башҡа төбәктән йә иһә икенсе райондан мал һатып алғанда мотлаҡ райондың вете- ринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк, сөнки күрше төбәктәрҙә хәүефле йоғошло ауырыуҙар таралған. Мәҫәлән, уҙған йыл һуңында Силәбе өлкәһенән Учалы районына бруцеллез керетелде. Мал һатып алынғансы 30 көн һәм һатып алынғас 30 көн карантинда торорға тейеш. Ауыл биләмәһендәге хәлдәр торошо, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландар тураһында урындағы хакимиәт башлығы Ю. Мөлөкөв бәйән итте. Артабан осрашыу “һорау – яуап” форматында барҙы. Ибрай ауылы халҡы ауылдың үҙәк урамында “ятыусы полицей” тип аталған тағы ла ике яһалма тигеҙһеҙлек булдырыуҙы һорай (мәктәп эргәһендә икәү һалынған), сөнки күрше ауылдарға юл ошонан үтә, ә водителдәр тиҙлекте сикләү тураһында юл билдәһен һанға һуҡмай. Был мәсьәлә контролгә алынды. А. Ғәйфуллин хәбәр итеүенсә, Ибрай ауылында 2019 йылдың июнендә район фольклор байрамын уҙғарыу планлаш- тырыла.
Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүселәр юлдарҙың торошона, Әй йылғаһы ярҙары емерелеүенә ҡарата борсолоу белдерә. Күптәрҙе урманда йығылған ағастарҙы йыйыу тураһында һорау борсой. Уларға аңлатып үтеүҙәренсә, урманда йығылған һәм ҡороған ағастарҙы йыйыр алдынан урман хужалығы администрацияһын иҫкәртергә кәрәк. Ҙур булмаған Яуын ауылы халҡы бындай осрашыуҙарҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Ауылда һыу менән тәьмин итеү, урамдарҙы яҡтыртыу яйға һалынған, ФАП эшләй, юлдар ваҡытында таҙартыла. Ю. Мөлөкөв хәбәр итеүенсә, планда янғын һүндереү гидрантын ҡуйыу, урам юлдарын ремонтлау ҡаралған (491 мең һумлыҡ смета төҙөлгән). Яуындар быйыл Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашып, ауыл клубын ремонтларға ниәтләй. Йыйылыусылар район етәкселеге вәкилдәренә үҙ үтенестәрен еткерҙе: клубҡа музыкаль үҙәк кәрәк, ауылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналын ҡарап булмай, почта 1–2 аҙна таратылмай (беҙ Иҙрис ауылында ла ошондай уҡ ялыуҙы ишеттек, унда ла айырым хат ташыусы юҡ, күрше ауылдан ғына килеп китә). Яуында йәшәүселәр район хакимиәте вәкилдәре менән берлектә ошо йылдан башлап ауылда Афғанстанда һәләк булған Хәлил Мөхәмәтйәновтың иҫтәлегенә район шахмат турнирын үткәрергә килеште. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты әйҙәүсе белгес-эксперты А. Емалетдинов ауыл уртаһында санкцияланмаған сүплек хасил булыуына иғтибар йүнәлтте. Яҙын өмә уҙғарып, был урынды таҙартырға һәм кәртәләп алырға, ағастар ултыртырға кәрәк. Ауыл биләмәһе башлығы материалдар менән ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. А. Емалетдинов шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы тәртибен аңлатты. Йүкәлекүл ауылы Әгәр яуындар һәм иҫке мөхәмәттәр осрашыуҙа ярайһы ғына әүҙемлек күрһәтһә, Йүкәлекүл ауылы халҡын икенсе көнгә генә йыйып булды. Был йәһәттән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы урынлы булыр ине (алдан бер нисә урынға иғлан яҙып элергә мөмкин ине). Был ауылда ла алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыу проблемаһы киҫкен тора. Уҙған осорҙа 5 кешегә ҡарата протокол төҙөлөп, һәр ҡайһыһына 30 мең һум штраф һалынған. Ауылға мәсет, янғын һүндереү машинаһы талап ителә. Фельдшер отпускыла булғанда халыҡ медицина хеҙмәтләндереүенән мәхрүм. Барлыҡ ауылдарҙа ла сүп-сар реформаһына ҡағылышлы, атап әйткәндә, сүп-сар контейнерҙары һаны һәм урыны (урындарҙы сходта халыҡ билдәләргә тейеш), хужаһыҙ йорттар (юридик нескәлектар арҡаһында уларҙы һүтеү мөмкин түгел), берәҙәк эттәр (уларҙы аулау менән “А. Ғәлиәскәров” шәхси предприятиеһы шөғөлләнә), хәүеф тыуҙырған ҡарт тирәктәр (РЭС администрацияһына мөрәжәғәт итеү әлегә файҙа бирмәгән) тураһында һорауҙар ҡуҙғатылды. Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһе Түбәнге ҡыйғыларҙы ауыл дауалау амбулаторияһының ҡыйығы (улар үҙҙәре аҡсалата ярҙам күрһәтергә әҙер), амбулаторияла акушерка штатының ҡыҫҡартылыуы, диспансеризация үткәндә тыуған ҡыйынлыҡтар (ҡайһы бер тикшереүҙәрҙе Дыуан район үҙәк дауаханаһында үтергә кәрәк), экология проблемалары һ.б. борсой.
Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе
Ауыл хакимиәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге һәм киләсәккә пландар тураһында ентекле отчет менән ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев сығыш яһаны. Район халҡының яртыһы йәшәгән район үҙәгендә уңайлы тормош шарттары булдырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. “Үкенескә ҡаршы, барлыҡ кешеләр ҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәй, һыу, газ, электр энергияһы, йылылыҡ һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн ҙур бурыстар йыйылған. Быларҙың барыһы ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҫеште тотҡарлай,” – тип иҫәпләй Натик Арзуман улы. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов үҙ сығышында демография, янғын хәүефһеҙлеге, алкоголь продукцияһын законһыҙ һатыуға ҡаршы көрәш, берәҙәк малдар мәсьәләләренә туҡталды. Полицияның участка вәкиле И. Әхмәтйәнов енәйәтселек кимәленең былтырғы менән сағыштырғанда кәмеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта үҫмерҙәр тарафынан енәйәттәр ҡылыныуы борсолоу тыуҙыра. Телефон, Интернет аша мутлыҡ ҡылыу осраҡтары йыш теркәлә. “2019 йыл башынан ялған спиртлы продукцияны һатыу факттары буйынса 5 кешегә ҡарата протокол төҙөлдө һәм эштәр судҡа тапшырылды. Был проблемаға ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк,” – тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға полиция хеҙмәткәре. Халыҡ закон боҙоусыларҙың исемдәрен район гәзите биттәрендә баҫтырып сығарыуҙы һорай. “Быны суд ҡарары сығарылғандан һуң ғына эшләргә мөмкин,” – тип аңлатты район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов. Үрге Ҡыйғы ауылы халҡына район территорияһына мал, ҡош-ҡорт индереү, малдарҙы идентификациялау тәртибен “Ҡыйғы район ветеринария станцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы начальнигы Р. Моратшин аңлатты. Артабан һөйләшеү “һорау–яуап” форматында барҙы:
– Ни өсөн Үрге Ҡыйғы ауылының иҫке: Юл, Рослов, Н. Хәким, Гагарин исемендәге, Тау аҫты урамдарына асфальт һалынмай?
– Проект-смета документтарының ҡиммәткә төшөүенә ҡарамаҫтан (бер км 1,5 миллион һумға баһалана), иҫке урамдарҙы ла асфальтлау бойомға ашыраласаҡ. Беҙ урамдарҙы асфальтлауҙы күперҙәргә бәйләп планлаштырғанбыҙ, – тип яуап бирҙе ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев.
– Ни өсөн берәҙәк малдар һәм эттәр проблемаһы хәл ителмәй ҡала?
– Был беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Берәҙәк малдар асыҡланһа, полицияның участка вәкиленә йә иһә ауыл хакимиәтенә хәбәр итергә кәрәк. Бөгөн хужаһыҙ эттәрҙе аулау менән “А.Р. Ғәлиәскәров” шәхси предприятиеһы шөғөлләнә, – тип яуапланы Шамил Радил улы.
-- Ни өсөн уҡыусыларҙы дәрестән паркта эшләргә ебәрәләр?
– Биш көнлөк уҡыуға күсеү менән барлыҡ субботниктар шәмбе уҙғарыласаҡ, – тине район хакимиәте башлығы.
– Беҙҙә йәштәргә эш юҡ, шул уҡ ваҡытта элекке төҙөлөш ойошмаһының – “Ҡыйғы” ПМК-һының биналарын емереп ташыйҙар. Уларҙы һаҡлап ҡалырға һәм файҙаланырға булмаймы ни?
– Бөгөн төҙөлөштә бөтөнләй яңы техно- логиялар ҡулланыла. Әгәр элекке ҡорамалдарҙа элеккесә тимер-бетон плиталар сығарһаҡ, уларҙың хаҡы юғары буласаҡ һәм үтемле булмаясаҡ, – тип иҫәпләй Н. Шәмиев.
– Ни өсөн элекке РТП-ның административ бинаһы файҙаланылмай, уны етем балалар өсөн торлаҡ итеп үҙгәртеп ҡорорға булмаймы?
– Бина сәнәғәт зонаһында урынлашҡанлыҡтан, уны торлаҡ итеп яраҡлаштырыу мөмкин түгел, – тип аңлатты Ш. Мөхәмәтдинов.
– Ленин урамында 112-се күп фатирлы йорт эргәһендә әллә ҡасанғы бәҙрәфтәр тора, унда бөтөнләй антисанитария. Берәй ҡасан тәртип булдырылырмы?
– Быйыл бәҙрәфтәрҙе ремонтлау, сүп-сар майҙансыҡтары булдырыу, өҫтәмә контейнерҙар ҡуйыу планлаштырыла, – тип хәбәр итте Н. Шәмиев. Халыҡты ҡыҙыҡһындырған бер генә һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Ентекле тикшергәндән һуң, ауыл биләмәләрендәге проблемаларҙы хәл итеү юлдары билдәләнәсәк.
Л. Саҙретдинова. З. Закиров