Киҫкәне йыйыу тәртибе БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законы менән билдәләнгән.
Яңы законға ярашлы, ағастарҙың тәбиғи ҡороуы, дауыл, ҡар, зарарлы организмдар тәьҫире һөҙөмтәһендә ергә йығылған ағас олондарын, ботаҡтарын йыйырға мөмкин (киҫеү эштәрен башҡармайынса).
Ҡыу ағастар, шулай уҡ ағас ҡырҡыу башҡарылған урындарҙағы ағас ҡалдыҡтары был категорияға инмәй. Ҡыу ағастар – ҡороған, ләкин йығылмаған ағастар, уларҙы әҙерләү өсөн элеккесә келәймәләү һәм һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү талап ителә. Янғынға ҡаршы махсус осорҙа урмандарға инеү тыйылған ваҡыттан тыш, киҫкәне тотош йыл дауамында йыйырға мөмкин.
Шәхси ихтыяждар өсөн киҫкәне әҙерләр алдынан урман хужалығына хәбәр итергә кәрәк (эштәр башланғансы кәмендә 1 көн алда). Теләһә ниндәй юл менән хәбәр итергә була. Йығылған ағастарҙы йыйған ваҡытта Урмандарҙағы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, Урмандарҙағы санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, Ағас булмаған урман ресурстарын әҙерләү ҡағиҙәләре теүәл үтәлергә тейеш.
Законһыҙ ағас киҫеүгә юл ҡуймау маҡсатында, дәүләт урман инспекторҙары урман фонды ерҙәрендә патруллек иткән ваҡытта киҫкә әҙерләнгән урындарҙы тикшерәсәк.