Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2019, 17:11

ПОДЪЕЗДАР ТОРОШО – ЕТДИ МӘСЬӘЛӘ

Башҡортостан Республикаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса “Күп фаттирлы йорттарҙа подъездарҙы ккомплекслы ремонтлау” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Ул 6 йылға (2019–2024 йылдар) иҫәпләнгән. Уның маҡсаты күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттар булдырыуға ҡайтып ҡала. Республика бюджеты (90%) һәм урындағы үҙидара органдары иҫәбенә (10%) ремонтҡа мохттаж подъездар тәртипкә килтереләсәк.

Был программаның кураторы булып БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тора, уны бойомға ашырыу өсөн “БР- ҙың күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы” яуап бирә. Республика буйынса тотош осорға финанслау 6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ошо сумманың 1 миллиарды 2019 йылда подъездарҙы ремонтлауға йүнәлтеләсәк.
Ремонтланырға тейешле йорттар исемлеген муниципаль берәмек хакимиәте раҫлай. Һәр муниципалитетта капиталь ремонтлау буйынса комиссия төҙөлгән, ул подъездары ремонтланасаҡ йорттар исемлеген төҙөү менән дә шөғөлләнәсәк.
– Быйыл беҙҙең районда 2 йорттоң подъездарында комплекслы ремонт башҡарыласаҡ: Үрге Ҡыйғы ауылының Ленин урамында 116-сы йортта (1982 йылда төҙөлгән) һәм Микрорайонда 17-се йортта (1967 йылғы). 4 подъезда 393,72 мең һумлыҡ ремонт эштәре уҙғарыласаҡ. Республика бюджетынан 354,55 мең һум бүленәсәк, ҡалғанын (10%) район бюджеты өҫтәйәсәк. Программаға ярашлы, ике ҡатлы йорттоң бер подъезын ремонтлауға бүленәсәк иң юғары сумма 129,49 мең һум тәшкил итә, – тип аңлатты беҙгә район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Таһир Рәхимйән улы Хәбиров.
– Ремонтланасаҡ өйҙәрҙе беҙ техник торошона, һуңғы тапҡыр ҡасан ремонт эштәре башҡарылыуына ҡарап һайланыҡ. Беҙ 1 апрелгә тиклем төбәк операторына килешеү ебәрергә тейешбеҙ, ул, үҙ сиратында, смета әҙерләп, подрядсыны билдәләү өсөн аукционға сығасаҡ. Ремонт эштәре май урталарында, июнь баштарында башланасаҡ. Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм 6 йыл эсендә барлыҡ подъездарҙы ла тәртипкә килтерә алырбыҙ, тип ышанабыҙ. Таһир Рәхимйән улы әйтеүенсә, артабан комиссия йортто исемлеккә индергәндә унда йәшәүселәрҙең капиталь ремонтҡа взностарҙы нисек түләүенә иғтибар бирәсәк.
2020 йылға исемлек быйыл йәй аныҡланасаҡ. Йыл һайын муниципалитеттар 1 июлгә тиклем яҡынса исемлек төҙөргә, граждандар менән йыйылыш уҙғарып, уны раҫларға тейеш. Был йәһәттән йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙҙәренең әүҙемлеге талап ителә. Сөнки күп фатирлы йорттоң подъезы, шәхси йорт ихатаһы кеүек үк, хужаларҙың яуаплылығын күрһәтә. (Программаға индерһендәр өсөн, йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре нимә эшләй ала, подъездарҙы ремонтлау сиктәрендә ниндәй эштәр башҡарыласаҡ – был турала материал беҙҙең гәзиттең 2019 йылдың 19 мартындағы 23-сө һанында донъя күрҙе. Шулай уҡ беҙҙең сайтта “Подъездарҙы ремонтлау: һорауҙар һәм яуаптар” тип аталған ентекле материал урынлаштырылған.)


З. Закирова әҙерләне.

Читайте нас: