Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2019, 17:20

ЙӘШ ЭКОЛОГТАР ҺӘМ УРМАНСЫЛАР СЛЕТЫ

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда йәш экологтарҙың һәм урмансыларҙың традицион слетконкурсы үтте. 40 уҡыусы теоретик турҙы һәм 8 станцияны (Экология, Зоология, Ботаника, Гидробиология, Тәбиғәтте һаҡлау, Биоиндикация, Урман робинзондары, Тупраҡты өйрәнеү) үтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса I урынды – 2-се урта мәктәп, II урынды – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы, III урынды Ләүзә урта мәктәбе командаһы яуланы. Шәхси зачетта Яна Силко (Ләүзә урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы, етәксеһе И. Фәтихова) беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе урынды Руслан Өлҡәров менән Мария Остроухова бүлеште, өсөнсө урынды Максим Ниғмәтуллин алды (барыһы ла Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары, етәксеһе Д. Әминева).
Л. Солтанова, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы.

Читайте нас: