Конкурс һынауҙары буйынса абсолют еңеүсе исеменә Өфөләге 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина лайыҡ булды. Бынан тыш, ул
баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. Хәҙер педагог «Йыл уҡытыусыһы-2019» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡларға тейеш.