Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Март 2019, 17:22

КЛАСС ЕТӘКСЕҺЕ – УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН МАЯҠ

Ижади эшләүсе класс етәкеләрен асыҡлау, ыңғай педагогик тәжрибәне таратыу маҡсатында “Иң шәп класс етәксеһе – 2019” район конкурсы уҙғарылды.

Был конкурста 6 мәғариф учреждениеһынан: Үрге Ҡыйғы ауылы лицейынан, 2-се урта мәктәптән, Абзай, Түбәнге Ҡыйғы, Солтан, Дүшәмбикә мәктәптәренән 8 класс етәксеһе ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар “Мин һәм минең класым” визит картаһын, үҙ портфолиоһын, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған асыҡ тәрбиәүи сара (класс сәғәте, оҫталыҡ дәресе) күрһәтте, “Мин һәләтле” ижади конкурсында сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла сараға етди әҙерләнгән, үҙҙәрен ыңғай яҡтан ғына асып һалды. Жюри “Иң шәп класс етәксеһе” тип Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенән Ишкилдина Миләүшә Рәжәп ҡыҙын таныны. Призлы урындарҙы Ҡотопова Юлиә Сәлимйән ҡыҙы (лицей), Сәхәүетдинов Камил Ралиф улы (2-се урта мәктәп), Нурыева Зинира Фәрит ҡыҙы (Солтан ауылы) бүлеште. Әхмәтйәнова Гөлсәсәк Револь ҡыҙы (Дүшәмбикә ауылы) – “Ижади илһам”, Әхмәтова Гөлнара Әхтәмйән ҡыҙы (Дүшәмбикә ауылы) – “Традицияларға тоғролоҡ”, Әхмәтова Зөһрә Фәнәвил ҡыҙы (Абзай ауылы) – “Һөнәри мөләйемлелек”, Хәкимйәнова Зөлфирә Ансар ҡыҙы (Түбәнге Ҡыйғы ауылы) “Уникаль тәжрибә” номинацияһында билдәләп үтелде. Мәғариф бүлеге начальнигы И. Һа- ҙыев, конкурста әүҙем ҡатнашҡандары, үҙ эштәрен бар күңелдәрен биреп башҡарғандары өсөн, уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.


Г. Ғилметдинова, район методика кабинеты методисы.

Читайте нас: