Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Март 2019, 17:52

МӘКТӘПТЕҢ СЫҒАРЫЛЫШ УҠЫУСЫҺЫ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАБЫҘ

Һәр педагогия коллективы үҙенең сығарылыш уҡыусыларының артабан лайыҡлы белем алыуын һәм уҡыуҙа, буласаҡ һөнәр юлында яңы уңыштарға өлгәшеүен теләй.

Венер Мостаев Ибрай төп дөйөм белем биреү мәктәбен 2018 йылда тамамланы һәм Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһы тау-керамик колледжына уҡырға инде. Әле ул беренсе курста уҡып йөрөй һәм уҡыу йортонда үткәрелгән барлыҡ сараларҙа, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Яҡшы белеме өсөн ул “Таланттар иле” социаль проекты сиктәрендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһында рус теленән федераль кимәл еңеүсеһе I дәрәжә Дипломы менән бүләкләнгән. Венер шулай уҡ ошо сиктәрҙә үткәрелгән информатика олимпиа- даһының төбәк еңеүсеһе Дипломы менән бүләкләнгән. Рәсәй Дәүләт социаль университет тарафынан үткәрелгән Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһында төбәк кимәлендә математика буйынса III дәрәжә диплом яулаған.
Беҙ, уның уҡытыусылары, Венерҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ. Сығарылыш уҡыусыбыҙ өлгәшкән уңыштарға ҡыуанабыҙ һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләйбеҙ. Р. Шаһиев, тарих уҡытыусыһы.

Читайте нас: