Беҙҙең Ҡыйғы
+16 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
26 Марта 2019, 13:18

Үҙ вәкәләттәренән файҙаланып, енәйәт ҡылған

Балаҡатай район-ара суды Кандаковка ауыл Советының 54 йәшлек эштәр управляющийына ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ул РФ Хөкөм кодексының 285-се статьяһының 1- се өлөшөндә (вазифа вәкәләттәренән артыҡ файҙаланыу) һәм 292-се статьяһының 2-се өлөшөндә (хеҙмәт урынында ялған документ яһау) ҡаралған енәйәттәрҙе ҡылыуҙа ғәйепле тип табылды.
Судта билдәләнеүенсә, 2016 йылдың апрелендә эштәр башҡарыусы булып эшләүсе ҡатын хужалыҡ кенәгәһенән ялған өҙөмтә әҙерләй. Был документта уның танышының Первомайский ауылында ер участкаһы булыуы тураһында ялған мәғлүмәт була. Артабан ер шәхси милек булараҡ рәсмиләштерелә.
35 сутый дөйөм майҙанлы күсемһеҙ милекте законһыҙ рәүештә биреү һөҙөмтәһендә муниципалитетҡа, участканың кадастр хаҡынан сығып иҫәпләгәндә, 100 мең һумлыҡ зыян яһала. Хөкөм ителеүсе ҡатын үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға нигеҙ булып прокурор тикшереүе материалдары торҙо. Суд енәйәтсене 110 мең һум күләмендәге штрафҡа тарттырҙы. Ер участкаһына арест һалынған. Прокуратура уны муниципаль милекселеккә кире ҡайтарыу тураһында юллау менән судҡа мөрәжәғәт итәсәк.


М. Фәтхелисламов, Ҡыйғы районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы.

Читайте нас