Сараны асып, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Ғәйфуллин байрамда ҡатнашыусыларҙы республиканың күркәм юбилейы айҡанлы ҡотланы. Ул район халҡының тырышлығын һәм күңел күтәренкелеген, тормошҡа булған оло һөйөүен билдәләп китте, ижад коллективтарына әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Байрамда “Әйлеләр” (Үрге Ҡыйғы), “Һомай” (Ибрай), “Ләйсән” (Арыҫлан), “Шишмәләр” (Туғыҙлы), “Мираҫ” (Йүкәлекүл), “Ағинәйҙәр ҡоро” (Иҫке Мөхәмәт), “Әхирәттәр” (Дүшәмбикә) коллективтары һәм ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙар советтары етәкселәре ҡатнашты. Ауыл биләмәһенең мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренең был байрамды үткәреүгә берҙәм, етди, ижади әҙерлек алып барыуын билдәләп китергә кәрәк. Абзай ауыл биләмәһе хакимиәте эштәр башҡарыусыһы О. Ғималова һәм ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З. Йомағолова етәкселегендә ҙур әҙерлек эше башҡарылған, уларҙың тырышлығы менән байрам һоҡланғыс һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ булып үтте.
Байрам Абзай ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡарауыл тау” халыҡ инструменттары ансабле сығышы менән башланып китте һәм сәхнәлә һәр кемдең күңеленә бала саҡтан таныш булған, олатай-өләсәйҙәрҙәр таҡмаҡ һыҙған илаһи моң таралды. Сәхнәлә коллективтар бер- береһен алмаштырҙы, бар зал һәм сәхнә күңелле һәм күтәренке таҡмаҡ телендә аралашҡан төҫлө тойолдо.
Байрамды Абзай урта мәктәбенең “Осҡондар” балалар ансамбле, йырсылар Р. Аҡмурзина (Абзай ауылы), Р. Ғәләүетдинов (Туғыҙлы ауылы), Р. Ғирфановтарҙың (Алағуз ауылы) сығыштары ла йәмләне. Үҙешмәкәр артистар музыкаль инструменттар ярҙамында ғына түгел, хатта ябай көнкүрештә ҡулланылған ҡорамалдарҙың оҙатыуы аҫтында дәртле, күтәренке, шаян таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙе. Таҡмаҡтарҙың барыһын да тип әйтерлек башҡарыусылар үҙҙәре ижад иткән һәм уларҙа беҙҙең көндәлектә иң мөһим булған мәсьәләләр яңғыраны. Юмор һәм көлкө, шаярыу аша улар таҡмаҡтар ярҙамында тормошҡа булған ҡараштарын сағылдырҙы. Тамашасылар үҙешмәкәр артистарҙың сығышын баһалап, устарын йәлләмәй ҡул сабып ҡына ҡалманы, хатта бергә бейергә лә төшөп китте.
Урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығышы байрамдың матур һәм күп мәғәнәле символы булды, ул халыҡ мәҙәниәтенең был уникаль төрө мәңге һаҡланасағына һәм яңынан оҙаҡ йылдар халыҡты ҡыуандырасағына ышанысты ла аңлатты.
Байрам бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. Күркәм сарала ҡатнашыусыларҙы оҙатып, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы з. Камалов халыҡ ижадының был үҙенсәлекле төрөн һаҡларға, милли мәҙәниәткә һәм туған телде өйрәнеүгә лайыҡлы иғтибар бүлергә саҡырҙы, сығыш яһаған ижади коллективтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.