Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2019, 16:24

Радий Хәбиров: Кеше хоҡуҡтары буйынса совет — ҡайһы саҡта кешеләр өсөн һуңғы өмөт утрауы

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ҡайһы саҡта кешеләргә үҙҙәренең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам таба алған һуңғы өмөт утрауы булып тора.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ҡайһы саҡта кешеләргә үҙҙәренең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам таба алған һуңғы өмөт утрауы булып тора. Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгрес-холында барған Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республика власы Кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа тәҡдимдәре өсөн рәхмәтле булыр һәм уларға ҡолаҡ һалыр.
Мин һәм командам халыҡ власҡа ышанмаһа, Башҡортостанды үҫтереү мөмкин түгеллеген яҡшы аңлай, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Беҙ халыҡ менән асыҡтан-асыҡ аралашабыҙ. «Инцидент» программаһы граждандарҙың ялыуҙарына яуап биреүҙән тыш, уларҙы шунда уҡ хәл итергә мөмкинлек бирә. Бөгөн министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эшләй. Быйыл беренсе кварталда миңә республика халҡынан 22 меңдән ашыу мөрәжәғәт килде, шуның 13 меңе — социаль селтәрҙәр аша», — тип һөйләне Радий Хәбиров.
Мөрәжәғәттәр структураһында беренсе урында төҙөкләндереү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу менән бәйле мәсьәләләр тора. Артабан юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология, һаулыҡ һаҡлау, йәмәғәт транспорты һәм мәғариф мәсьәләләре килә. Республика етәксеһе Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаларының иғтибарын властың алмашыныуы хоҡуҡи дәүләт үҫешендә мөһим мәлдәрҙең береһе булыуына йүнәлтте. Уның фекеренсә, муниципалитет етәкселәре лә власта ике сроктан ашыу торорға тейеш түгел, хәҙер республикала ошо йүнәлештә эш алып барыла, Башҡортостандың район һәм ҡалаларында яңы башлыҡтар тәғәйенләнә. Урындарҙа власть әхлаҡлы һәм тәртипле булһа, һәр төбәк һөҙөмтәле үҫешә ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Читайте нас: