Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә бала табыу йорто директорының коллектив алдында Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет вәкиле Наталья Евдокимоваға учреждениела табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы 61 мең, неонатологтарҙың — 66,5 мең, акушеркаларҙың — 35,4 мең, балалар шәфҡәт туташтарының — 29,5 мең, кесе персоналдың 21,3 мең һум тәшкил итеүе тураһында хәбәр иткән видео баҫылды. Был мәғлүмәттән һуң зал алҡыштарға күмелде. «Известия»
мәғлүмәттәре буйынса, бала табыу йортон шәхси ҡулдарға күсереү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға һәм персоналға эш хаҡын арттырыуға булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотҡан. Ләкин ысынында учреждение хеҙмәткәрҙәре медицина стажын һәм льготаларын юғалтҡан, ә эш хаҡы элеккесә ҡалған.