Ҡыйғы районы барлыҡҡа килеп, районда Советтар Союзы Коммунистар партияһы үҙ эшмәкәрлеген туҡтатҡанға тиклем райондың коммунистар партияһы ойошмаһын 18 кеше етәкләгән. ВКП(б) – КПСС-тың район комитеты беренсе секретары, ысынбарлыҡта, заманса әйткәндә, райондың башлығы булды. Уларҙың сәйәсәт өлкәһендәге артабанғы яҙмышы төрлө. Мәҫәлән, З.Н. Нуриев “ауылдан Кремлгә тиклем” юл үтә, ҡайһыларын күптән онотҡандар, өсөнсөләрен, мәҫәлән, Мәсғүтйән Шакирйәнов, Мөхәмәт Баҡыев, Индус Иҙрисов һәм башҡаларҙы Ҡыйғы халҡы бөгөн дә хөрмәт менән яҡшы яҡтан иҫкә ала. Владислав Әхмәҙулла улы Ғиниәтуллин да бына шундай халыҡ абруйын яулаған район етәкселәре иҫәбендә.
В.Ә. Ғиниәтуллин КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты беренсе секретары вазифаһын ике тапҡыр: 1978 йылдың ноябренән 1981 йылдың сентябренә тиклем һәм 1991 йылдың ғинуарынан август айына саҡлы башҡарған берҙән-бер партия ағзаһы. КПСС-тың Үҙәк комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһында уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, Владислав Әхмәҙулла улы КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эштәре бүлегенә инструктор итеп раҫлана. 1983 йылда уны КПСС- тың Мәсетле район комитетына беренсе секретарь итеп һайлап ҡуялар. 1988 йылдың 23 сентябрендә бирелгән харак- теристикала уның хаҡында ошолар яҙылған: “КПСС-тың район комитеты беренсе секретары булып эшләү дәүерендә үҙен тик ыңғай яҡтан танытты. Ҡушылған эшкә яуаплы ҡарай, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә, бигерәк тә производство, социаль-мәҙәни объекттар төҙөү һәм юл селтәрҙәрен үҫтереүгә, район иҡтисадына ҙур иғтибар бирә. Етешһеҙлектәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшә, үҙенә һәм ҡул аҫтында эшләгәндәргә талапсан”. Үҙемдән шуны ла өҫтәп китер инем: Ҡыйғы халыҡ театры менән Мәсетле районында гастролдәрҙә булғанда, беҙ, актерҙар, ауылдарҙағы барлыҡ мәҙәниәт йорттарының яҡшы торошона, күркәм итеп йыһазландырылыуына, музыка ҡоралдарына бай булыуына иғтибар иттек. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханалар ҙа яҡшы торошта ине. “Былар барыһы ла һеҙҙең яҡташығыҙ – беҙҙең район етәксеһе Владислав Әхмәҙулла улының тырышлығы арҡаһында,” – тип аңлатты Мәсетле районы халҡы аралашыу барышында.
Шул уҡ ваҡытта В.Ә. Ғиниәтуллин, БАССР Юғары Советы һәм район депутаттар Советы депутаты булараҡ, ҙур йәмәғәт эштәре лә башҡара. 1990 йылдың март айында ул тыуған районына әйләнеп ҡайтты.
В.Ә. Ғиниәтуллин 1949 йылдың 30 мартында Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килгән. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтында юғары белем ала. Хеҙмәт юлын инженер вазифаһында Ҡыйғы “Сельхозтехника” район берекмәһендә башлай, һуңынан ике йыл (1977–1978 йылдарҙа) Абзай ауылында Ғафури исемендәге колхоз рәйесе йөгөн тарта. Был саҡта уға 30 йәш тә булмай. Ул райондың иң йәш хужалыҡ етәкселәренең береһе була. Әммә йәшлегенә ҡарамаҫтан, Владислав Ғиниәтуллин, партия уны ҡайҙа ғына ебәрһә лә, уңышҡа өлгәшә, ҙур күрһәткестәр яулай. Юҡҡа ғына 28 йәшендә Мәскәүҙең “Комсомольская правда” гәзите журналисы Г. Пашков уның тураһында очерк яҙмай. Әйткәндәй, 1977 йылда Ғафури исемендәге колхоз районда тәүгеләрҙән булып дәүләткә икмәк тапшырыу планын үтәп сыға һәм район үҙәгендә улар хөрмәтенә Хеҙмәт даны флагы күтәрелә. Һуңынан биш йыл комсомол эшен башҡара: Ҡыйғы ВЛКСМ ойошмаһының икенсе, беренсе секретары итеп тәғәйенләнә. 1981 йылда В.Ә. Ғиниәтуллин “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Бөгөн өлкән йәштә булһа ла, Владислав Әхмәҙулла улы Ҡыйғы районында КПРФ партияһы ойошмаһын етәкләй, ул йәмғиәттең хөрмәтле ағзаһы булып ҡала.