Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 18:32

БАЛАЛАРҘЫ ҺАҠЛАҒЫҘ!

Яҙғы каникул ккөндәрендә Ҡыйғы районы территорияһында “Иғтибар – балалар!”профилактик операцияһы уҙғарыла, уның төп маҡсаты балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын киҫәтеүгә, балалар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм нормаларын пропагандалауға ҡайтып ҡала.

Сара сиктәрендә ЮХХДИ бүлексәһе инспекторҙары балалар менән юл хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмәләр уҙғара. Водителдәрҙең йәш пассажирҙарҙы ултыртып йөрөү ҡағиҙәләрен үтәүенә айырым иғтибар биреләсәк.
Йышырағын балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү, үҙ мөмкинлектәрен дөрөҫ баһаламау арҡаһында зыян күрә.
Балалар нигеҙҙә үҙҙәренең ата-әсәләренән үрнәк ала. Әгәр өлкән кеше, балаһын етәкләп, ярамаған урында юл аша сыҡһа, тәрбиәселәрҙең, уҡытыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге тураһында тылҡыуы бар әһәмиәтен юғалта. Тәү сиратта үҙ балалары өсөн ата-әсәләр яуаплы. Шуға ла, хөрмәтле ата-әсәләр, төҙәтеп булмаҫлыҡ хәлгә тарымаһындар өсөн, балаларығыҙҙың урамда һәм юлда нисек йөрөүен контролләгеҙ, уларҙы машинала махсус яйланма ярҙамында йөрөтөгөҙ.
Е. Куклин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы.

Читайте нас: