Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 17:18

ӨМӨТЛӨ ПЕДАГОГ

Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбенең география фәне уҡытыусыһы Ғиззәтуллина Алия Раил ҡыҙы (һүрәттә) “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Өмөтлө педагог” номинацияһында еңеп сыҡты һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Дипломына лайыҡ булды.

Алия Раил ҡыҙы 2017 йылда М. Аҡ- мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбендә география фәненән уҡыта башлай. Мәктәптә эш башлауының тәүге көндәренән үк үҙен ижади эшләүсе, маҡсатлы, һәр саҡ алға ынтылыусан уҡытыусы итеп күрһәтә. Икенсе йыл ғына эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, ул билдәле уңыштарға өлгәшкән: уҙған йылда “Иң яҡшы класс етәксеһе” район конкурсында еңеүсе исемен алып, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, уның уҡыусыһы Л. Зиннурова (9-сы класс) БР уҡыусыларҙың Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә уҙғарылған республика тикшеренеү эштәре конкурсының муниципаль этабында “География” номинацияһында “Ҡыйғы урманын һаҡлау” тикшеренеү эше менән 2-се урын яулаған. Быйыл иһә Алия Раил ҡыҙы муниципаль этапта Гран-при яулап, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында район данын яҡланы.
“Сара артта ҡалды. Эмоциональ көсөргәнеш, тулҡынланыу, көйөү, хаталар, етешһеҙлектәр ваҡыт үтеү менән онотолор. Әммә, был оло эшкә ҡатнашлығым булыуын, йәмғиәт тарафынан уҡытыусы һөнәренең баһаланыуын тойоу һәр саҡ күңелемдә ҡалыр. Һәр уҡытыусы үҙ һөнәр оҫталығын, үҙенең файҙалылығын һәм кәрәклеген нисек булһа ла раҫлауҙарын өмөт итә. Мине кеше булараҡ ҡына түгел, һөнәр эйәһе булараҡ та баһалауҙары бик мөһим. Был конкурс миңә үҙ көсөмә ышаныс бирҙе. Конкурста тирә-яҡтағылар менән уртаҡ тел таба, уҡыусыларҙың эшен ойоштора, үҙ эшмәкәрлегеңә баһа бирә белеү кеүек сифаттарҙың барыһы ла кәрәк булды.
Конкурста ҡатнашып, мин нимә алдым? Минең үҙ мөмкинлектәремә ышанысым артты, үҙ белемемде, коллегаларым, уҡыусылар менән эшләү оҫталығымды арттырыу теләге барлыҡҡа килде. Башҡа уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе менән таныша алдым. Һәм, әлбиттә, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу фекерҙәштәрем, яңы ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу һәм аралашыу мөмкинлеген бирҙе, ҡайһылары менән ныҡлап дуҫлашып та киттек. Республиканың һөнәри кимәлдә ҙур уңыштарға өлгәшкән иң алдынғы уҡытыусылары менән аралашыу минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды,” – тип үҙ тәьҫораттары менән бүлеште йәш уҡытыусы.
Беҙ Алия Раил ҡыҙын лайыҡлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ һәм еңел булмаған хеҙмәтендә яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ.


И. Мөхәррәмова, район методика кабинеты мөдире.

Читайте нас: