Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2019, 18:05

Мин административ штрафты ваҡытында түләргә онотҡанмын.

Бының эҙемтәләре ниндәй буласаҡ?

Мин административ штрафты ваҡытында түләргә онотҡанмын. Бының эҙемтәләре ниндәй буласаҡ?
Был һорауға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәү буйынса өлкән инспекторы Э. Ханова яуап бирә:
– Закон менән штрафты үҙ ирекле түләү срогы ҡаралған – ҡарар үҙ көсөнә ингән көндән алып 60 көн дауамында. Кире осраҡта бурыслы кешегә ике тапҡыр арттырылған күләмдә ҡабаттан штраф һалына йә иһә ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, мотлаҡ эштәргә тарттырыла. Штрафты тейешле ваҡытта түләмәгәндә, ҡарарҙың күсермәһе мәжбүри түләтеү өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығына ебәрелә.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге административ штрафтарҙы ваҡытында түләргә саҡыра. Сумманы теләһә ҡайһы банк аша түләргә мөмкин. Бурыстарығыҙ тураһында полицияның участка вәкиленән йә иһә административ закондарҙы үтәү буйынса хеҙмәткәрҙән белешә алаһығыҙ. Беҙҙең адрес: Үрге Ҡыйғы ауылы, Ленин урамы, 105-се йорт, административ закондарҙы үтәү кабинеты. Телефон: 8 (34748) 3-06-84.

Читайте нас: